-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Сентябрь 2021, 10:30

Уҡытыусы ниндәй бөйөк исем!

Мине беренсе тапҡыр белем иленә уҡытыусым Науразбаева Лилиә Рәил ҡыҙы алып инде. Беренсе китабым “Әлифба”ны ла ул бүләк итте. Лилиә Рәил ҡыҙы беҙгә яҙырға һәм уҡырға, тормошта кәрәк бөтә яҡшы сифаттарға өйрәтте. Уның уҡытҡан хеҙмәт дәресен бигерәк ныҡ ярата торғайным. Миңә төрлө төҫтәге ҡағыҙҙарҙы ҡырҡып, бер-береһенә йәбештереп, ҡыҙыҡлы һындар эшләү оҡшай ине.

Уҡытыусы ниндәй бөйөк исем!
Уҡытыусы ниндәй бөйөк исем!

Уҡытыусы ниндәй бөйөк исем!

Мине беренсе тапҡыр белем иленә уҡытыусым Науразбаева Лилиә Рәил ҡыҙы алып инде. Беренсе китабым “Әлифба”ны ла ул бүләк итте. Лилиә Рәил ҡыҙы беҙгә яҙырға һәм уҡырға, тормошта кәрәк бөтә яҡшы сифаттарға өйрәтте. Уның уҡытҡан хеҙмәт дәресен бигерәк ныҡ ярата торғайным. Миңә төрлө төҫтәге ҡағыҙҙарҙы ҡырҡып, бер-береһенә йәбештереп, ҡыҙыҡлы һындар эшләү оҡшай ине.

Лилиә Рәил ҡыҙы менән күп ерҙәргә экскурсияларға ла йөрөнөк. Синыфыбыҙ менән ауылыбыҙ эргәһендәге Үгеҙһөҙгән шишмәһенә барыу бөгөнгөләй хәтеремдә. Шишмә эргәһендә төрлө уйындар уйнаныҡ, рәхәтләнеп күңел астыҡ. Лилиә Рәил ҡыҙы менән иҫтәлеккә фотоға төштөк. Унан ҡыуанышып, дәртләнеп ҡайттыҡ. Шишмәгә барыу тураһында һәр беребеҙ иншалар һәм шиғырҙар ижад итте. Хатта уның һүрәтен эшләүселәр ҙә булды.

Тик ваҡыт һиҙелмәйенсә үтеп китә лә ҡуя шул. Лилиә Рәил ҡыҙы беҙгә ике йыл буйы белем бирҙе. Шунан ул ваҡытлыса ялға китеп тороу сәбәпле, беҙҙе өсөнсө класта Ҡарағолова Эльза Илдар ҡыҙы үҙ тәрбиәһенә алды. Көҙгө уңыш байрамы булғанда беҙгә концерт номеры әҙерләргә ҡуштылар. Эльза Илдар ҡыҙы беҙгә “Антошка” әкиәтенән өҙөк өйрәтте. Шул конкурста беҙ синыф менән өсөнсө урынға лайыҡ булдыҡ.

Эльза Илдар ҡыҙы ла декретка сығып китте. Дүртенсе класта беҙҙе Люция Марс ҡыҙы алды. Мин ул уҡытҡанда ла бик тырышып уҡыным. Люция Марс ҡыҙы уҡытҡан дәрестәрҙән миңә иң нығы һүрәт төшөрөү дәресе оҡшай торғайны. Люция Марс ҡыҙы ул дәрестә мине матур итеп һүрәт төшөрөргә өйрәтте. Уҡытыусыбыҙ менән күмәкләшеп район үҙәгенә бассейнға барҙыҡ. Беҙ унда күңелле ваҡыт үткәреп ҡайттыҡ. Уҡыу йылы аҙағында Люция Марс ҡыҙы беҙҙе впр-ға әҙерләй башланы. Ул бик яҡшы аңлатты. Шуның өсөн мин впр-ҙы яҡшы билдәгә эшләнем. Дүртенсе класты уңышлы ғына тамамлап, бишенсе синыфҡа күстем.

Бишенсе синыфта беҙҙе төрлө укытыусылар уҡыта башланы. Беҙҙең синыф етәксеһе Ҡарағолова Гүзәлиә Әхмәт ҡыҙы. Ул үҙе инглиз теленән уҡыта. Гүзәлиә Әхмәт ҡыҙы беҙгә ярҙам итергә әҙер тора. Ул беҙҙе каникул ваҡытында Әбйәлил районына сәйәхәткә алып барҙы. Унда Гүзәлиә Әхмәт ҡыҙы беҙҙе ҡарап ҡына йөрөнө. Ҡайтҡанда автобуста йырлашып һәм төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләшеп килдек. Бишенсе синыфты тамамлағанда, Гүзәлиә Әхмәт ҡыҙы миңә маладис тине.

Мин уҡытыусы эше иң ауыр эш, тип уйлайым. Сөнки уларға балалар артынан йүгереп йөрөүе бик ҡыйын. Шулай ҙа ҙурайғас, мин ошо ауыр ҙа, яуаплы ла уҡытыусы һөнәрен һайларға уйлайым. Мине уҡытҡан бөтә уҡытыусыларға ла оло рәхмәтемде белдерәм.

Әлфинә Мостафина, Бөрйән районы

Байназар урта мәктәбе уҡыусыһы

 

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас