-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Сентябрь 2021, 15:28

Яңы проектта ҡатнашығыҙ!

Фән һәм технология йылында Рәсәйҙең мәктәп уҡыусылары хәрәкәте 5-11 синыф уҡыусыларын, студенттарҙы "Фән. Геройҙар биләмәһе" милли проектында ҡатнашырға саҡыра. 

Яңы проектта ҡатнашығыҙ!
Яңы проектта ҡатнашығыҙ!

Конкурста ҡатнашыр өсөн:
–  герои.годнауки.рф платформаһында теркәлергә;
– өс темаға эштәрҙе үтәргә кәрәк («фәнни ирекмәнлек», «фәнни ҡыҙыҡһыныу», «фәнни ынтылыштар»). Ҡайһы бер эштәргә яуаптар платформалағы мәҡәләләрҙә, видео-экскурсияларҙа бар годнауки.рф/news/8020/


Эштәрҙе үтәп, балл туплағыҙ. Тәүге ике этапта иң күп балл йыйыусылар ярымфиналға үтеп, компьютер, планшет һәм башҡа файҙалы техникаға сертификаттар менән бүләкләнәсәк. Бынан тыш Алыҫ Көнсығыш федераль университет менән Иннополис университетының фәнни кампустарына барыу форсатын яулай аласаҡ.

1-се этапҡа йомғаҡ 25 октябрҙә яһаласаҡ, 2-се этапҡа - 25 ноябрҙә. Ярымфинал 6-13 декабрҙә үтәсәк, ә суперфинал – 20 декабрҙә.


Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта: годнауки.рф/news/8020/

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас