-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Сентябрь 2021, 11:58

Минең яратҡан уҡытыусым

Уҡытыусы! Ошо исемдән дәЮғарыраҡ ниндәй исем бар?!Күңелем тулы һиңә рәхмәтем бар,Йырҙа әйтеп бөтмәҫ хисем бар.(Р. Шаммас. “Уҡытыусыға”)

Минең яратҡан уҡытыусым
Минең яратҡан уҡытыусым

Уҡытыусы – ул иң бөйөк, иң күркәм, иң сабыр, ин гүзәл заттарҙың береһе, тип әйтһәм – һис тә ялған булмаҫ. Минеңсә – ул бөтә яҡшы сифаттарҙы үҙ эсенә алған. Сабыр, яғымлы, талапсан, ҡайсағында уҫал да. Ләкин ниндәй генә булһа ла, һәр уҡытыусы балаларҙын бәләкәй генә йорәгенә ышаныс, ғәҙеллек, ихласлыҡ һалырға, уларҙы белем тауҙарына алып менергә тырыша.
Ошондай яҡшы, матур сифаттарға туры килгән минең дә иң яратҡан уҡытыусым бар. Ул Асҡын районы Солтанбәк ауылы мәктәбендә химия, биология фәндәрен уҡытыусы Рәүзиә Мәүхәт ҡыҙы Суфиянова. Ишекте асып балҡып дәрескә килеп кергән сағы бер ҡайсан да онотолмаҫ. Яғымлы тауышы менән теманы аңлатып, унан һуң яйлап ҡына белемебеҙҙе тикшерә. Ҡыҙыҡлы, мәғнәле дәрестәре «һә» тигәнсе үтеп тә китә.
Беҙҙең йөрәктәрҙе яулап, белем үрҙәренә алып барған, беҙҙә уҙаллылыҡ, ихласлыҡ, фәнгә һөйөү, күңелебеҙгә ышаныслыҡ, сабырлыҡ һалған уҡытыусыма мин мәңге рәхмәтлемен. Беҙгә һалған көсө уҙенә артабан эшләргә, йәшәргә илаһи көс булып ҡайтһа ине.
Рәүзиә Мәүхәт ҡыҙы! Беҙ һеҙҙе ысын күңелдән хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ! Мәктәпте тамамлап сығып киткәс тә, һеҙ беҙҙең куңелдәрҙә яҡты нур, артабанғы яҙмышыбыҙға ҙур өлөш индереүсе булып ҡалырһығыҙ!

Айһылыу Суфиянова.

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас