-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Сентябрь 2021, 09:53

Мөғжизәле донъя

Тәбиғәтәге һыуҙың 1330 төрө бар. Улар килеп сығышы (ямғыр, ҡар һыуы һ.б), унда ирегән матдәләр күләме буйынса айырыла.

Мөғжизәле донъя
Мөғжизәле донъя

Филдәр һыу барлығын биш саҡрымдан һиҙә.

***

Кеше тәүлегенә бүлеп сығарған йылылыҡ 33 литр боҙло һыуҙы ҡайнатырға етер ине.

***

Көн һайын башығыҙға уртаса 3000 уй килә.

***

Компьютер алдында көн һайын өс сәғәт ултырған кеше үҙ ғүмерен кәмендә өс йылға ҡыҫҡарта, ти ғалимдар.

***

Донъялағы эсергә яраҡлы һыуҙың 70 проценты Антарктидалағы боҙҙарҙа тупланған.

***

Үҫемлектәр сәскә атыр алдынан бер-береһе менән “хәбәрләшә”.

***

Ҡыярҙы бынан 6 мең йыл элек Һиндостанда үҫтерә башлағандар.

***

Индонезияның картаһына йыш ҡына үҙгәрештәр индерергә тура килә. Бындағы һанһыҙ утрауҙарҙың ҡайһы берҙәре көтмәгәндә диңгеҙгә инеп “юғала”, йәки диңгеҙҙән ниндәйҙер утрау ҡалҡып сыға. Йыш булған ер тетрәүҙәр, вулкандар бының сәбәпсеһе булып тора.

***

Японияла тәүлегенә өс тапҡыр ер тетрәүе күҙәтелә. Иртәнге, төшкө һәм киске ашҡа берәр тура килә, тип моңһоу шаярта япондар. Бәхеткә ҡаршы, күпселек ер тетрәүҙәрҙе приборҙар ғына тоя.

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас