-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Октябрь 2021, 14:17
2

Мәктәп уҡыусылары өсөн патриотик экскурсиялар миҙгеле башланды

Башҡортостандан ярты меңдән ашыу бала Волгоградҡа өс көнлөк экскурсияға юлланды, уларға самолетта ун дүрт рейс ойошторолдо.

Мәктәп уҡыусылары өсөн патриотик экскурсиялар миҙгеле башланды
Мәктәп уҡыусылары өсөн патриотик экскурсиялар миҙгеле башланды

Оло сәфәргә Яңауыл, Дәүләкән, Туймазы, Бүздәк райондары уҡыусылары сыҡты. Тарихи ҡалала яҡташтарыбыҙҙы урындағы хакимиәт вәкилдәре ҡаршы аласаҡ, беренсе көндән үк иҫтәлекле урындар буйлап сәйәхәт көтөлә. 

Волгоградҡа экскурсия ойоштороу башланғысы менән ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан комитеты һәм эре туристик ойошмаларҙың береһе сыҡҡайны. Проект төбәктең мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан хуплау тапты.

«Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе ярҙамы менән Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә сәйәхәткә юлланыусыларға финанс ярҙам күрһәтеләсәк. Тәү сиратта аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең балаларына иғтибар бүлеү ҡаралған. 

 

Автор: Сәлимә Ҡаранаева
Читайте нас