Көҙ еткәс⛈💦🍂
(Кәтибә Кинйәбулатова)
Килеп етте тағы көҙ көнө,
Ябай түгел — көҙҙөңа алтыны.
Саған ағастары ғәжәйеп:
Яна ялҡын төҫлө талпынып.
Тәңкә-тәңкә япраҡ ҡойола
Талғын ғына йомшаҡ елдә лә,
Көҙ һаман көҙ ул, күрәһең,
Япраҡ төшә сыуаҡ көндә лә.
Ошо ваҡыт бөтә япраҡтар
Шыбырланы минең ҡолаҡҡа:
Османыҡ бит бына йыраҡҡа,
Түшәлдек бит тыуған тупраҡҡа.
1996 йыл