-8 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Октябрь 2021, 13:36

Велосипед менән Мәскәүгә

Рәсәйҙең баш ҡалаһына велосипедта. Башҡорт егете Салауат Зәйнетдинов ике тәгәрмәсле транспорты менән алыҫ юлға сыҡҡан. Биш көн эсендә яҡташыбыҙ Сыуаш республикаһына тиклем барып еткән. Үҙенең юлдағы мажараларын йәш сәйәхәтсе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә даими таныштырып бара. 

Велосипед менән Мәскәүгә
Велосипед менән Мәскәүгә

Салауат Зәйнетдинов өсөн был беренсе сәфәр генә түгел. Әлегә тиклем ул велосипеды менән Башҡортостан буйлап сәйәхәт иткән, шулай уҡ Ҡазанға ла барып ҡайтҡан. Әммә әлеге сәфәр иң ҡатмарлыһы, ти яҡташыбыҙ. Сөнки тиҙлекте арттырыуға һалҡын көҙҙәге яуым-төшөм дә, көслө ел дә һәм ҡояштың иртә байыуы ла ҡамасаулай. 

Өҫтәүенә транспорт сараһының оҙон юлда ватылыуы ихтимал. Шуға ҡарамаҫтан, биш көн эсендә Салауат 700 саҡрымға яҡын юл үткән. Замандашыбыҙ был аҙнала Мәскәүгә барып етергә ниәтләй. Уның маҡсаты – йәштәр араһында киң популяр булған яҡташыбыҙ Алишер Моргенштерн менән осрашыу.   

Автор: Сәлимә Ҡаранаева
Читайте нас