0 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Октябрь , 17:53

Ҡаршы алығыҙ: ҡарасай һаны!

“Аманат” журналының ҡарасай һанын көтә-көтә арып киткәнһегеҙҙер инде? Оҙаҡламай ул килеп етер, бер аҙ ғына сабыр булығыҙ, яраймы? Әлегә беҙ һеҙгә, ғәҙәттәгесә, сер тоҡсайын тишә торайыҡ – журналда ниҙәр барлығы тураһында бәйән итәйек.

Ҡаршы алығыҙ: ҡарасай һаны!

“Аманат” журналының ҡарасай һанын көтә-көтә арып киткәнһегеҙҙер инде? Оҙаҡламай ул килеп етер, бер аҙ ғына сабыр булығыҙ, яраймы? Әлегә беҙ һеҙгә, ғәҙәттәгесә, сер тоҡсайын тишә торайыҡ – журналда ниҙәр барлығы тураһында бәйән итәйек.

“Аманат”ты конкурс-уйындарһыҙ күҙ алдына килтереп тә булмай. Улар шул тиклем күп! Был юлы “Минең уҡытыусым” конкурсына йомғаҡ яһалды  һәм беҙҙең еңеүсебеҙ итеп Азамат Ҡарағолов билдәләнде.!

Журналдың ҡарасай һанында шулай уҡ  “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт, “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр бәйгеләренә ебәрелгән гәрәбәгә тиң матур әҫәрҙәр донъя күрҙе. “Ай, һылыу!” конкурсында ҡарасай һылыуын да билдәләнек.

Был һаныбыҙҙа беҙҙең Иҙрис Мөҙәрис–Ноғмановтың “Сәм” хикәйәһе донъя күрҙе. Һарысай һанындағы башын уҡығанһығыҙҙыр, оҡшанымы?

“Аманат” журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин беҙгә бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле “Доға көсө” тип исемләнгән хәтирәләрен яҙып үтте.

Был һанда постерҙа ниндәй йондоҙ сығыуы  әлегә сер булып ҡалһын. Йондоҙмо ул, әллә йондоҙҙармы? Бер-нисә көндән күрерһегеҙ!

Сер тигәс тә, “Мәңгелек сер”ҙе онотоп ҡалдыра яҙғанбыҙ ҙа инде! Был рубрикала Рифат ағайығыҙ үҙенең танышының  мөхәббәт һаҡында һөйләүҙәрен яҙып алды. “Мөхәббәт һатылмай” тип исемләнгән мәҡәләне уҡып сыҡҡас барыһын да белерһегеҙ.

Ошо урында беҙ журналдың ҡарасай һанына күҙәтеүҙе туҡтатып торайыҡ. Юғиһә, һәр мәҡәләне барлап яҙғанда уның ҡыҙығы бөтә бит. 

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА