0 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Октябрь , 12:46

ЯУЛЫҠТАН БАШ ТАРТЫУҘЫҢ ИҢ ПОПУЛЯР 12 ҺЫЛТАУЫ

⭕ 1. «Эстән ышанғас, шул еткән» «Ышаныу» һүҙе Исламда Аллаһты таныу һәм Уға буйһоноу тигәнде аңлата. Әгәр «эстән ышаныу» тигәнең Аллаһ әмерҙәренә ҡаршы килә икән, Аллаһ әмерҙәрен һанға һуҡмайһың икән, ғәфү ит, һинең ул «ышаныуың» Ислам түгел, ә ниндәйҙер үҙең уйлап тапҡан берәй дин түгелме икән? ⭕ 2. «Ҡартайғас ябынырмын әле» Яулыҡ ябыныуҙың маҡсаты – ҡатын-ҡыҙ матурлығын сит күҙҙәрҙән йәшереү, йәмғиәтте аҙғынлыҡтан һаҡлау. Йәш сағыңда йәшермәгән матурлығыңды ҡарт көнөңдә кемдән йәшереп йөрөргә уйлайһың?

ЯУЛЫҠТАН БАШ ТАРТЫУҘЫҢ ИҢ ПОПУЛЯР 12 ҺЫЛТАУЫ

ЯУЛЫҠТАН БАШ ТАРТЫУҘЫҢ ИҢ ПОПУЛЯР 12 ҺЫЛТАУЫ

 

⭕ 1. «Эстән ышанғас, шул еткән»

«Ышаныу» һүҙе Исламда Аллаһты таныу һәм Уға буйһоноу тигәнде аңлата. Әгәр «эстән ышаныу» тигәнең Аллаһ әмерҙәренә ҡаршы килә икән, Аллаһ әмерҙәрен һанға һуҡмайһың икән, ғәфү ит, һинең ул «ышаныуың» Ислам түгел, ә ниндәйҙер үҙең уйлап тапҡан берәй дин түгелме икән?

 

⭕ 2. «Ҡартайғас ябынырмын әле»

Яулыҡ ябыныуҙың маҡсаты – ҡатын-ҡыҙ матурлығын сит күҙҙәрҙән йәшереү, йәмғиәтте аҙғынлыҡтан һаҡлау. Йәш сағыңда йәшермәгән матурлығыңды ҡарт көнөңдә кемдән йәшереп йөрөргә уйлайһың?

 

⭕ 3. «Мин фанатик түгел»

Фанатизм – ул нимәгәлер мөкиббән китеп, аҡылды юғалтырҙай булып бирелеү. Мәҫәлән, донъяға. Уйла әле, бәлки, һин үҙең донъяға бирелгән фанатикһыңдыр? Ә мосолман ҡыҙы – ул Аллаһҡа буйһоноп, ислам дине ҡушҡанды үтәп йәшәүсе кеше. Аллаһ яулыҡ ябынырға ҡушҡан, ул шуға яулыҡ ябына, һәм ҡайҙа бында фанатизм?

 

⭕ 4. «Кейәүгә сыҡҡас ябынырмын, әле кейәү

эҙләр кәрәк»

Һин ниндәй егеткә кейәүгә сығырға теләйһең – ниндәйгә булһа ламы әллә иманлығамы? Әгәр мосолман ҡыҙы икәнһең, моғайын, иманлы егеткә кейәүгә сығырға теләйһеңдер. Әммә иманлы егет бит үҙенә кәләште күберәк яулыҡлы ҡыҙҙар араһынан ҡарай.

 

⭕ 5. «Динде ҡатмарлаштырырға ярамай, Ислам – урталыҡ дине»

Эйе, дөрөҫ, Ислам – урталыҡ дине. Ул монахлыҡ менән аҙғынлыҡ араһында урталыҡты тотоп тора. Урталыҡ – ул никах һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың яулыҡта йөрөүе. Ә бөгөнгө «заманса йәмғиәт»те урталыҡ тип уйларға ярамай. Был йәмғиәт Исламдан әле бик-бик-бик алыҫ шул…

 

⭕ 6. «Яулыҡта миңә иҫәргә ҡараған кеүек

ҡарайҙар»

Тормош кешегә һынау өсөн бирелгән. Һәм ул һынау донъяуи ҡатмарлыҡтар аша ла башҡарыла, шул иҫәптән – аңламаған кешеләрҙең ғәҙелһеҙ шелтәләре аша. Әгәр, һин яулыҡта саҡта, һиңә тирә-яҡтағылар иҫәргә ҡараған кеүек ҡарай, тип уйлайһың икән, ниңә, һин яулыҡһыҙ саҡта, Аллаһ һиңә иҫәргә ҡараған кеүек ҡарай, тип уйламайһың? Ә бит Ул, кешеләрҙән айырмалы рәүештә, һиңә һәр секунд ҡарап тора. Кемдең фекере һинең өсөн мөһимерәк? Бөгөн һәм Ҡиәмәт көнөндә.

 

⭕ 7. «Яулыҡ ябынып торорға ваҡытым юҡ» Аллаһ кешегә тулы бер ғүмер ваҡыт биргән. Ваҡыт юҡ, тип беҙ тик үлгәс кенә әйтә алабыҙҙыр, сөнки унда, ысынлап та, бүтән инде ваҡыт юҡ. Ә әле һинең ваҡытың ҡайҙа булған? Әллә көҙгө алдында керпек-ҡаштарыңды буяп тороп әрәм булдымы икән?

 

⭕ 8. «Яулыҡ минең йөҙгә килешмәй»

Һин, ахыры, урамда егеттәрҙе үҙеңә ымһындырырға тырышып йөрөргә өйрәнгәнһеңдер. Ә яулыҡ иһә, киреһенсә, сит ир-егеттәр алдында тыйнаҡ булыуҙы, бер кемде лә үҙеңә ымһындырмауҙы күҙ уңында тота. Һинең һәм яулыҡтың маҡсаттары төрлөсә, шуға ла ул һиңә «килешмәгән» кеүек инде. Матурлығыңды барлыҡ ир-егеттәргә лә күрһәтеп йөрөгөң киләме? Улайһа, әйҙә, алға. Һиңә барыһы ла ҡарарҙар, ҡыҙығырҙар, матурлығыңа һоҡланырҙар… Тик Аллаһтан башҡа. Әммә аҙаҡ һин ҡартайырһың, үлерһең һәм барыбер Аллаһ алдына әйләнеп ҡайтырһың шул, ҡылыҡтарың өсөн яуап бирергә. Әйткәндәй, һин «яулыҡ килешмәй» тип уйлаған йөҙҙө һиңә Аллаһ Тәғәлә биргән. Күрәһең, Ул һинең йөҙөң тураһында бүтәнсәрәк фекерҙә булғандыр. Шуға ла, уйла әле, был һылтауың Аллаһ алдында килешерме икән?

 

⭕ 9. «Миңә атайым (әсәйем) рөхсәт итмәй»

Ата-әсәйең һиңә бәләкәй саҡтан уҡ «төнгә тиклем йөрөмә», «эсмә», «бының менән һөйләшмә», «фәлән ергә барма» тип киҫәтеп килһә лә, был «проблемалар», теләк булғанда, нисектер барыбер хәл ителә килә. Йәш ҡыҙ, ҡарыша торғас, ата-әсәһен еңеп алып, таңға тиклем дискотекала ла йөрөй башлай, «байрам» мәлдәрендә эсеп тә ала һ.б. Ә яулыҡ тураһында һүҙ сыҡһа, шунда уҡ: «Ә ата-әсәйем көйөп ҡуйһа?» - ти башлайҙар. Уйлағыҙ әле, бында атай-әсәйҙән бигерәк, бәлки, үҙегеҙҙә берәй проблема барҙыр?

 

⭕ 10. «Миңә ирем рөхсәт итмәй»

Ир, әлбиттә, – ғаиләлә баш. Тик һәр кеше иң тәүҙә Аллаһ әмерҙәрен тыңларға тейеш, аҙаҡ ҡына – бүтән кеше әмерҙәрен. Иреңдең һине аңларға теләмәүе арҡаһында ғаилә тарҡалыуы ҡурҡыныс, әлбиттә. Әммә, уйла әле, ирҙе һиңә кем биргән? Аллаһ. Шулай булғас, иреңдең йөрәге йомшарыуын да Аллаһтан һора. Әммә һорар алдынан тағы уйла: иң тәүҙә Унан ҡурҡыр урынға бүтән берәй кешенән ҡурҡып, Ул ҡушҡанса ябынмай, Уның нәфрәте аҫтында йөрөгән кешене Аллаһ нисек тыңлар? Бәлки, иң тәүҙә яулыҡта йөрөй башлап, аҙаҡ тағы ла ныҡлап һорарғалыр?

 

⭕ 11. «Эшемдә аңламаҫтар»

Барлыҡ ойошмаларҙың да абсолют күпселеге килем өсөн эшләй һәм уны профессионал хеҙмәткәрҙәре арҡаһында таба (тик дәүләт ойошмалары ғына, эйе, бар нәмәне көс менән алып өйрәнгән). Шуға күрә, үҙ профессионалдарының ҡәҙерен белгән ойошма бер ҡасан да улар менән уңлы-һуллы һелтәнеп ултырмаҫ. Һәм, ғөмүмән, кем һиңә эш бирә? Берәй фәлән директормы, әллә Аллаһмы? Әлбиттә, Аллаһ. Әгәр Аллаһ теләмәһә, бер ниндәй директор ҙа һине бер ҡайҙан да ҡыуа алмаҫ. Шуға ла, яҡшы эш кәрәк икән, иң тәүҙә уны Аллаһтан һора, тик яулыҡ ябынырға ғына онотма.

 

⭕ 12. «Мин әле әҙер түгел»

Эйе, был имандың әле көсәйә алмаған сағыңда һинең элекке йәһил йәшәйеш һәм яңы дини тормош араһында өҙгөләнеүең. Әммә «мин әле әҙер түгел» тип һуҙылған сағыңда һин яулыҡһыҙ йөрөүеңде дауам итәһең, шул рәүешле Аллаһты ла ризаһыҙландырып, сит ир-егеттәрҙе лә ымһындырып. Әгәр һин ысынлап та дингә табан юл тотҡанһың икән, был бик-бик һәйбәт, әлбиттә, шулай дауам ит. Тик ярты юлда туҡтап ҡалма, ваҡыт бит бик тиҙ үтә, үтә, үтә…

 

"Ваҡыт!"

Автор:Сәлимә Ҡаранаева