Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәй чемпионаттарының суперфиналдары үткәрелә. 10-16 октябрь 74-се ир-егеттәр һәм 71-се ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионаттарының суперфиналдары бара. Әле өсөнсө туры тамам. Һөҙөмтәләр буйынса ир-егеттәр араһында 2,5 мәрәй йыйып, беренсе урында Кирилл Алексеев. Киләһе турҙа ул Дмитрий Андрейкин менән көс һынашасаҡ. Ә ҡатын-ҡыҙҙар араһында – 2,5 мәрәй туплап, беренсе урынға Валентина Гунина сыҡты. Дүртенсе турҙа уға ҡаршы Лея Ғарифуллина уйнаясаҡ.