Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияның 2021 йылғы лауреаттары билдәле булды. Журналистика өлкәһендә бирелгән премияға"Аманат" журналының элекке хеҙмәткәре Даян Мәжитов "Бәрәкәт" журналын ойоштороусы Даян Мәжитов — тәрбиә, ғаиләне нығытыу, һаҡлау, тел һәм мәҙәниәтте үҫтереү, хәйриәлек тураһындағы материалдары өсөн.
Шулай уҡ "Тамыр" телеканалы мөхәррире Татьяна Никитина — "преград.net", "ЭТНОкраса", "Гора Новостей" программалары өсөн, "Башҡортостан" гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Кәримә Усманова — көньяҡ-көнсығыш райондарҙың социаль-иҡтисади үҫешен һүрәтләгән мәҡәләләре өсөн ошо премияға лайыҡлылар.
Фото: "Аманат" журналы архивынан