Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу былтыр үтергә тейеш ине, әммә Ковид - 19 сиренә бәйле тарихи ваҡиға кисектерелеп торҙо. Был юлы мәғлүмәт йыйыу яңы һанлы ысулда ойошторола. Иҫәп алыусылар яуаптарҙы махсус планшетҡа теркәй. Әйткәндәй, анкетала исем-шәриф, тыуған йыл тураһында мәғлүмәт, ғаилә ағзалары һанын белешеүҙән тыш, килем, йорт-хужалыҡ һәм тормош шарттарына ҡағылышлы һорауҙар тупланған.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу капманияһында ҡатнашыу өсөн иҫәп алыусыны көтөп ултырмаҫҡа ла мөмкин. Республика биләмәһендә иҫәп алыу участкалары эшләй башлай. Уларҙың исемлеге һәм эш ваҡыты менән социаль селтәрҙә танышырға мөмкин. Бынан тыш, иртәгәнән алып 8 ноябргә тиклем мәғлүмәтте Дәүләт порталында ла тултырырға була.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы демографик, иҡтисади һәм социаль мәғлүмәтте туплау өсөн уҙғарыла. Шулай уҡ халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе асыҡлау бурысы тора. Мәҫәлән, быға тиклем уҙғарылған иҫәп алыу сараларынан һуң Әсәлек капиталы индерелгәйне. Иҫәп алыуҙа 1 октябргә тиклем актуаль булған мәғлүмәтте күрһәтергә кәрәк.
Һүрәт: Сәмина Әхмәтова, Туймазы районының Серафимовка ауылының 1"Б" синыфы уҡыусыһы.