-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Октябрь 2021, 10:03

Башҡортостан Милли музейы балаҫтар күргәҙмәһенә саҡыра

Милли орнаменттарҙа һуғылған балаҫтар – башҡорт мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ ҙур өлөшө булып тора. Боронғолар уны матурлыҡ өсөн генә түгел, ә насар көстәрҙән, күҙ тейеүҙән дә һаҡлағанына ышанған.

Башҡортостан Милли музейы балаҫтар күргәҙмәһенә саҡыра
Башҡортостан Милли музейы балаҫтар күргәҙмәһенә саҡыра

Оҫталар бар күңел матурлығын ошо йорт-ҡаралты әйберенә һалған. Милли музейҙа асылған күргәҙмәнең бер өлөшө боронғо эш өлгөләренә, икенсеһе төрлө ойошмаларҙың заманса эштәренә бағышланған.

 Республиканың төрлө райондарынан йыйылған 80-дән ашыу балаҫ менән һәр кем таныша ала. Күргәҙмә сиктәрендә балалар өсөн интерактив программа, сувенир эшләү һәм бәләкәй балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыу күҙаллана. Милли экспонаттарҙы 30 ноябргә тиклем ҡарарға мөмкин.

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас