-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Октябрь 2021, 13:26

Һәр кем өсөн мөһим сара

Һәр ун йыл һайын үҙебеҙҙе тарихҡа яҙып ҡалдыра торған, миллион рәсәйлеләр араһындағы демографик статистикала ҡабатланмаҫ шәхесегеҙҙең иҫәпкә алыныуын тәьмин иткән уникаль мөмкинлек был.

Һәр кем өсөн мөһим сара
Һәр кем өсөн мөһим сара

Бөгөн Бөтә Рәсәй Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башлана. Тотош дәүләт өсөн үтә мөһим булған ошо сара айҡанлы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова түбәндәге фекерен белдерҙе. Эльвира Айытҡолова

«Бөгөн Бөтә Рәсәй Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башлана. Һәр ун йыл һайын үҙебеҙҙе тарихҡа яҙып ҡалдыра торған, миллион рәсәйлеләр араһындағы демографик статистикала ҡабатланмаҫ шәхесегеҙҙең иҫәпкә алыныуын тәьмин иткән уникаль мөмкинлек был.

Ни өсөн халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашырға кәрәк?

Беренсенән, уның һөҙөмтәләре төрлө биләмәләрҙең үҫешен хәстәрләгәндә ҡаҙна сығанаҡтарын планлаштырыу өсөн иҫәпкә алынасаҡ. Һүҙ торлаҡ, мәктәптәр, балалар баҡсалары, медицина учреждениелары, транспорт инфраструктураһы төҙөлөшө хаҡында бара.

Икенсенән, демографик күрһәткестәр социаль яҡлау сараларын анығыраҡ планлаштырырыуға ярҙам итәсәк.

Мәҫәлән, тап 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре ил хөкүмәтен тыуым арттырыу мәсьәләһенә етди ҡарарға, саралар күрергә мәжбүр итте, ошонан һуң әсәлек капиталы программаһы барлыҡҡа килде. Беҙҙең Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль саралар ҙа күрелә: ЭКО процедураһын субсидиялау, ике һәм өс балалы игеҙәктәргә түләүҙәр, һалым ташламалары бар.

Халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре шулай уҡ пенсияларҙы, балалар пособиеларын иҫәпләгәндә, күп балалы ғаиләләлргә ярҙам күрһәткәндә лә мөһим. Беҙҙең республикала халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре ауыл биләмәләрен үҫтереү программаларын планлаштырғанда, моноҡалалар, мәшғүллек проблемаларын хәл иткәндә лә кәрәк.

Ә бына милләтәр һәм телдәрҙе белеү тураһындағы мәғлүмәттәр Рәсәйҙең этномәҙәни һәм тел төрлөлөгөн һаҡлау өсөн мөһим.

Рәсәй халыҡтары араһында башҡорттар лайыҡлы урынды биләй. Быға тиклемге халыҡ иҫәбен алыу кампаниялары һөҙөмтәләре буйынса башҡорттар Рәсәйҙә һан буйынса дүртенсе урында килә.

2010 йылда беҙҙең республикала 1,17 миллион башҡорт йәшәгән. Башланып торған халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында әүҙем ҡатнашыу ғына объектив мәғлүмәттәр алырға ярҙам итәсәк. Беҙҙең пассивлыҡ арҡаһында бөтәһе лә иҫәпкә алынмауы һис тә дөрөҫ булмаясаҡ. Шуға күрә барығыҙҙы ла Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында әүҙем ҡатнашырға саҡырам.

БЕРГӘ БУЛАЙЫҠ, БЕРҘӘМ БУЛАЙЫҠ!», — тип мөрәжәғәт итә Эльвира Ринат ҡыҙы.

https://kurultai.ru/ba/content/2673-eto--unikalnaya-vozmozhnost-vpisat-sebya-v-istoriyu/

Автор: Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы
Читайте нас