-18 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Октябрь 2021, 09:47

Өфөлә электрһыҙ йөрөй алыусы троллейбустар етештерелә башлай

Электробус менән троллейбустың гибриды утыҙ килеметр тирәһе автоном юл үтә ала. Яңы йәмәғәт транспортының мөмкинлектәре менән Радий Хәбиров танышты.

Өфөлә электрһыҙ йөрөй алыусы троллейбустар етештерелә башлай
Өфөлә электрһыҙ йөрөй алыусы троллейбустар етештерелә башлай

Транспорт сараһы электр сымдары үткән ерҙә тығындар, сымдарҙа авария булған осраҡта  урап үтә алыу һәләтенә эйә. Батареялар кәм тигәндә ете йылға иҫәпләнгән. Техника әле Өфө урамдары буйлап һынау үтә. Рөхсәт алғандан һуң ул Өфө предприятиеһында күпләп сығарыла башлай. Республика әле үк Стәрлетамаҡ һәм Өфө өсөн 45 гибрид техника һатып алырға әҙер.

Өфө трамвай-троллейбус заводын үҫтереү мөмкинлектәре «Инвестиция сәғәте» форматында уҙған кәңәшмәлә өйрәнелде. Предприятие етәксеһе әйтеүенсә, әле баш ҡалала 9 автоном йөрөй алған троллейбус маршрутҡа сыҡҡан. Киләсәктә уларҙы арттырыу һәм иҫке трамвайҙарҙы модернизациялау күҙ уңында тотола. Бының өсөн етештереү майҙандары арттырыла. Һөҙөмтәлә йөҙҙән ашыу яңы эш урындары барлыҡҡа килер тип көтөлә.

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас