Урындағы хоҡуҡ һаҡлаусылар раҫлауынса, 12 йәшлек үҫмер стенаға һәм түшәмгә атҡан.
Алдан билдәле булыуынса, үҫмерҙе мәктәп директоры ҡоралды ташларға өндәй алған. Малайҙың класташтары менән һүҙгә килешеүе, шунан һуң ҡоралға тотоноуы тураһында билдәле булған.
Ғәҙәттән тыш хәл һуңында мәктәптәге 300-ҙән ашыу уҡыусы һәм 30 педагог бинанан үҙаллы сыға алған.