-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Октябрь 2021, 12:40

Башҡортостанда минус 7 градусҡа тиклем һыуытасаҡ һәм ҡар ятасаҡ

Был  аҙнала республикала контрастлы көн торошо көтөлә. Синоптиктар  күҙаллауынса, уға аҙна уртаһына һалҡын һауа массаһы йоғонто яһаясаҡ.  

Башҡортостанда минус 7 градусҡа тиклем һыуытасаҡ һәм ҡар ятасаҡ
Башҡортостанда минус 7 градусҡа тиклем һыуытасаҡ һәм ҡар ятасаҡ

Урыны менән бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ, республиканың көнсығышында  яуым-төшөм көслө булмаясаҡ. Юлдарҙа төндә һәм иртәнсәк боҙлауыҡ  көтөлә. Айырым таулы райондарҙа ваҡытлыса ҡар ятыуы көтөлә. Һауа  температураһы 21 октябргә ҡарата -2...-7 градусҡа түбәнәйәсәк, урыны  менән +2 буласаҡ, көндөҙ иһә 0...+5 градус торасаҡ. Аҙна аҙағында республика биләмәһенә йылы фронт күсәсәк. Һауа температураһы норманан 4-6 градусҡа юғары буласаҡ.

 

Сығанаҡ: www.bashinform.ru/news/1659619-v-bashkirii-pokholodaet-do-7-gradusov-i-ustanovitsya-vremennyy-snezhnyy-pokrov/

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас