-15 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Октябрь 2021, 09:32

Өфөлә «Йәшлек хаус» Йәштәр йорто асылды

«Йәшлек хаус» тип аталған был учреждениела ике тиҫтәгә яҡын ойошма урын алған. Йәштәр Хөкүмәте, ирекмәндәр, эҙәрмәндәр,  төҙөлөш отрядтары, яҡташтар ассоциацияһы һәм башҡалар. Хәҙер йәштәр ойошмаларының ҡала уртаһында яҡты, иркен эш кабинеттары бар. Уның мөмкинлектәре менән Башҡортостан башлығы ла танышты. Мәғлүм булыуынса Өфө үҙәгендәге тарихи архитектура ҡомартҡыһы йәштәр ҡулына Республика башлығының ҡушыуы буйынса тапшырылғайны. 

Өфөлә «Йәшлек хаус» Йәштәр йорто асылды
Өфөлә «Йәшлек хаус» Йәштәр йорто асылды

Яҡтыртыу ҡоролмалары урынлашҡан был бүлмә фото һәм телестудия тип атала. Йәштәр Хөкүмәте ағзалары ютуб каналдар аша тура эфирҙар, тапшырыуҙар алып барырға ниәтләй. Бынан тыш ошонда уҡ төрлө өлкәләргә ҡағылған проекттар ҙа тикшерелә. Йәштәр Хөкүмәтенә бөтәһе 19 министрлыҡ ҡарай.

Ә был бүлмә инде тотош республиканың сағылышы, йәш яҡташтар ассоциацияһы төрлө райондарҙың ойошмаларын берләштерә.  Әле бында ике тиҫтәгә яҡын берлек ҡарай. Хужалар үҙ проекттарын тормошҡа ашырыуға 3 миллион һумлыҡ грант та отҡан.

Йәштәр йортонда юғалған кешеләрҙе эҙләү менән шөғөлләнгән «Лиза Алерт» ойошмаһы вәкилдәрен дә, хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙың һуңғы төйктәрен тапҡан эҙәрмәндәрҙе лә,  ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам ҡулы һуҙған ирекмәндәрҙе лә күрергә мөмкин. Әйткәндәй, бында көмөш ирекмәндәр ҙә, йәш быуын вәкилдәре лә бар. Коронавирус пандемияһы ваҡытында күптәр ирекмәндәрҙең хәстәрен үҙ иңендә тоя.

Республика башлығы үҙәкте ҡарап сыҡҡандан һуң йәштәр менән түңәрәк өҫтәл артында ла фекер алышты. Һуңғы ваҡытта йәштәргә иғтибар артыуы беребеҙгә лә сер түгел. Хатта хәҙер Йәштәр сәйәсәте спорттан айырылып үҙаллы вдомство булараҡ эшләй. Комитет рәйесе итеп Яна Гайдук тәғәйенләнде.

Радий Хәбиров белдереүенсә, йәштәрҙең үҙ йорто булыуы оло ҡыуаныс, хәҙер йәш көстәрҙән яңы идеялар, үҙенсәлекле проекттарталап ителә. Уңышлы башланғыстар мотлаҡ хуплау табасаҡ, тине Республика башлығы.

Йәшлек Хауста әлегә 15 ойошма урынлашҡан,  хәҙер уларға берлектәге проекттар әҙерләү мөмкинлеге лә тыуа. Иң мөһиме үҙәк ҡаланың уртаһында,  уҡыу йорттары ла, мәҙәни учреждениелар ҙа ҡул һуҙымында ғына. 

Ә был ултырғыстар әлегә буш, кабинет үҙ хужаларын көтә. Опенспейс тип аталған ошо бүлмәлә теләге булған һәр йәш кеше инеп үҙ проекты өҫтөндә эшләй. Эш урыны алыу өсөн резиденттарҙан бары тик вакцинация тураһында сертификат талап ителә.

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас