Көлөү һәм холоҡ
(Тест)
Көлгәндә ирендәреңә ҡулыңды тейҙерәһең...
Һиңә иғтибар үҙәгендә булыу оҡшай. Һинең һомғол буйлы, нәфис булып күренгең килә, тәрбиәле икәнеңде төрлөсә күрһәтергә тырышаһың.
Көлгәндә ҡул менән ауыҙыңды ҡаплайһың...
Һин үҙ-үҙеңә бик ышанып етмәйһең. Кемдеңдер артына ышыҡланып, үҙеңде уңайһыҙ тотаһың.
Башыңды артҡа ташлап көлһәң...
Һин киң күңелле, ышаныусан натура. Йыш ҡына хис-тойғоларға бирелеп эш итәһең. Ләкин аҡыл тураһында ла оноторға ярамай.
Көлгәндә ҡулың менән башыңа йәки битеңә ҡағылһаң...
Һин хыялға һәм фантазияға бирелергә яратаһың. Был һәйбәт, әммә һөҙөмтәһеҙ һыҙат. Күберәк аҡыл айыҡлығы теләйбеҙ, шунда ғына хыялдар ысынбарлыҡҡа ашыр.
Көлгәндә танауың йыйырылһа...
Һинең эмоциональ үҙгәреүсән, хатта мыжыҡ холоҡло булыуың яҡындарыңа күп ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.
Ауыҙыңды асып ҡысҡырып көлһәң...
Һин бик дәртле, теремек кеше. Әммә тыйнаҡлыҡ һис ҡамасауламаҫ ине. Һөйләргә яратҡас – тыңлай ҙа белергшә кәрәк.
Аҡрын ғына көлөр алдынан башыңды эйһәң...
Һин итәғәтле, намыҫлы, күндәм кеше. Берәүҙең дә кәйефен боҙмайһың, тимәк, бөтә нәмә контроль аҫтында.
Көлгәндә күҙҙәрең ҡыҫылһа...
Һин үҙ-үҙеңә ышанаһың. Ҡайһы саҡ бик тырыш һәм ныҡыш булаһың.
Һәр саҡ төрлөсә көләһең...
Һин индивидуалист, йыш ҡына сит кешеләрҙең фекерен иҫәпкә алмайһың. Ләкин шуны күҙ уңында тоторға кәрәк – был яҡын-тирәләге кешеләрҙең йәнен көйҙөрөүсе сифат.