+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Октябрь 2021, 17:56

Йома мөбәрәк булһын!

Йома көндәр булһын изгелекле, Ҡабул булһын ҡылған доғалар. Нығынһын тик иман күңелдәрҙә!

Йома мөбәрәк булһын!
Йома мөбәрәк булһын!

*КЕМ УЛ МӨХӘММӘТ БӘЙҒӘМБӘР (ﷺ)?*

*Был дәрестә беҙ, иншәллаһ, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (ﷺ) тормошо тураһында һөйләйәсәкбеҙ.*

Сөнки Мөхәммәт Бәйғәмбәрҙең тормош юлын белмәйенсә, ислам динен тулыһынса аңлау мөмкин түгел. Уның тормош юлы тураһындағы китаптар «сира» китаптары тип атала. Йәғни, *сира – ул Мөхәммәт Бәйғәмбәрҙең (ﷺ) тарихы.* Сираны бөтә нескәлектәре менән башҡа ҙур китаптарҙан уҡырһығыҙ, ә бөгөн беҙ Бәйғәмбәребеҙ (ғәләйһиссәләм) тураһында ҡыҫҡаса ғына һөйләп китәбеҙ.

Мөхәммәт Бәйғәмбәр (ﷺ) Мәккә ҡалаһында 571 йылда тыуған. Уның атаһы, Абдуллаһ, улы тыумаҫ борон уҡ үлеп ҡалған. Мөхәммәткә алты йәш булғанда, уның әсәһе лә үлеп ҡала. Шулай итеп, бәләкәс Мөхәммәт (ﷺ) олатаһы Ғабдүлмүтталиб тәрбиәһендә ҡала. Әммә Мөхәммәткә һигеҙ йәш булғанда, уның олатаһы ла үлеп ҡала. Тамам етем ҡалған Мөхәммәтте уның атаһының ҡустыһы Әбү Талиб үҙ тәрбиәһенә ала. Шулай итеп, Мөхәммәт Бәйғәмбәр (ﷺ) бала сағынан уҡ төрлө ҡыйынлыҡтар күреп үҫә.

Егет булып үҫеп етеп, 25 йәшен тултырғас, Мөхәммәткә Хәдиджә тигән бай ҡатын үҙенә өйләнергә тәҡдим итә, Мөхәммәт риза була. Хәдиджәгә Мөхәммәт (ﷺ) әхлағы, холҡо менән ныҡ оҡшай, сөнки Хәдиджә үҙе лә бик әҙәпле, саф ҡатын булған (Аллаһ унан риза булһын). Ул Мөхәммәт Бәйғәмбәребеҙгә (ғәләйһиссәләм) 20 йылдан артыҡ, вафатына тиклем, иң яҡшы ҡатын булды һәм уға биш бала – бер ул һәм дүрт ҡыҙ табып бирҙе. Шул иҫәптән, Фатиманы (Аллаһ унан риза булһын). Шулай уҡ, Хәдиджә – Мөхәммәттең Бәйғәмбәр икәненә ышанған һәм ислам динен ҡабул иткән иң-иң беренсе кеше була.

Мәккә халҡы Мөхәммәтте (ﷺ) бик яратты, уға ышанды, сөнки ул бер ҡасан да бер кемде лә алдаманы, һүҙҙәрен һәр ваҡыт тотто, үҙе аҡылы һәм ғәҙеллеге менән айырылып торҙо. Уға халыҡ «Әмин» тип өндәшер булған. Әмин – тимәк ышаныслы кеше. Ниндәйҙер бәхәстәр тыуған ваҡытта ла, бәхәсте хәл итер өсөн уны саҡырғандар, кемдер алыҫ сәфәргә китер булһа, Мөхәммәткә (ғәләйһиссәләм) үҙенең малын һәм ғаиләһен аманат итеп ҡалдырып киткән. Ғөмүмән, уға бөтәһе лә ышандылар, уны бөтәһе лә яраттылар.

Мөхәммәткә (ﷺ) 40 йәш тулғас, ул Аллаһы Тәғәлә тураһында ныҡ уйлана башлай. Ул Мәккә ғәрәптәренең төрлө боттарға табыныуҙарын кескәй саҡтан яратмай торған булған, сөнки саф күңеле менән бының яңылыш икәнен аңлаған. Ғәрәптәр эскелек, зина, фәхишәлеккә батҡан, ярлыларҙы, көсһөҙҙәрҙе кәмһетеүсе, ҡолдарҙы, ҡатындарҙы рәнйетеүсе халыҡ булған. Хатта ки шундай сиккә еткәндәр: ҡыҙ бала тыуһа, ғәрләнеп, улар уны тереләй сүлдә күмеп китер булғандар. Быларҙың барыһының да сәбәбе тик бер нәмәлә – дөрөҫ диндең булмауында ине. Быны Мөхәммәт (ﷺ) бик яҡшы аңлаған.

Бер көн Мөхәммәт (ғәләйһиссәләм) Мәккә ҡалаһы эргәһендәге Хира тауы мәмерйәһендә ултырғанда, уның алдында Ябраил (ғәрәпсә – Джибрил) фәрештә пәйҙә була һәм Мөхәмәтте ныҡ итеп ҡосаҡлап: «Уҡы!» - ти. Мөхәммәт (ﷺ): «Мин бит уҡый белмәйем» - тип яуап ҡайтара (ул ысынлап та уҡый ҙа, яҙа ла белмәй ине). Ябраил фәрештә ғәләйһиссәләм тағы ла берҙе: «Уҡы!» - ти. Мөхәммәт иһә тағы ла шундай уҡ яуап ҡайтара. Ябраил фәрештә ғәләйһиссәләм уны йәнә ҡосаҡлай һәм уға шундай һүҙҙәр еткерә: *«Һине барлыҡҡа килтергән Раббың исеменә уҡы! Ул кешене уҡмашҡан ҡандан яралтты. Уҡы! Һинең Раббың – Иң йомарт, Ул ҡәләм менән кешегә ул белмәгән нәмәләрҙе өйрәтте…»* («Уҡмашҡан ҡан» сүрәһе, 1 – 5 аяттар).

*Бөйөк Ҡөрьән-Кәримдең кешелеккә төшөрөлгән иң беренсе аяттары була был.*

Шулай итеп, 40 йәшлек Мөхәммәт (ﷺ) Бәйғәмбәр булды. Ошо кистән һуң тағы 23 йыл буйына Аллаһы Тәғәлә уға Ҡөрьән аяттарын ебәреп торасаҡ (Ябраил фәрештә аша). Тимәк, *беҙ белгән 600 битлек Ҡөрьән-Кәрим китабы – ул 23 йыл буйы йыйылған Аллаһы Тәғәлә һүҙҙәре.* Уны Мөхәммәт пәйғәмбәр (ﷺ) үҙе яҙманы һәм кемдәндер күсереп тә алманы. Ул, әйткәнебеҙсә, уҡый-яҙа белмәгән.

Тәүҙә Мөхәммәт Бәйғәмбәр (ғәләйһиссәләм) йәшерен дәғүәт ҡыла. *Дәғүәт – ул кешеләрҙе Аллаһы Тәғәлә диненә, Исламға саҡырыу.* Шунан һуң, өс йыл ваҡыт үткәс, Аллаһы Тәғәлә уға дәғүәтте бөтә кешеләргә лә асыҡ рәүештә йүнәлтергә ҡуша. Әммә ләкин ата-бабалары диненә өйрәнгән Мәккә мөшриктәре (русса – многобожники) ислам динен ҡабул итергә теләмәнеләр, сөнки уларҙы мосолманлыҡта булған тәүхид һәм ғәҙеллек ҡурҡытты. Бер яҡтан, ислам дине уларҙың Аллаһ менән үҙҙәре араһында «аралашсы» итеп күргән бөтә илаһтарҙы ялғанға сығарһа, икенсе яҡтан, Ислам бөтә кешеләрҙең дә бер тигеҙ булыуын, ҡолдарға яҡшы мөнәсәбәт кәрәклеген, ҡатындың да хөрмәткә лайыҡ кеше булыуын һәм башҡа шундай тәртиптәрҙе өйрәтә ине. Иҫке тормошта кеше елкәһендә йәшәргә өйрәнгән Мәккә байҙары һәм түрәләре Мөхәммәт пәйғәмбәргә (ғәләйһиссәләм) ҡаршы көрәш башлайҙар. Уны тәүҙә аҡса менән һатып алырға ла маташалар, ҡурҡытып та ҡарайҙар, ахыр сиктә уны үлтерергә ҡарар итәләр.

Эш быға барып еткәс, 622 йылда Мөхәммәт Бәйғәмбәр (ﷺ) үҙенең сәхәбәләре (Ислам ҡабул иткән иптәштәре) менән икенсе ҡалаға – Мәҙинәгә күсеп китә. *Ошо Мәккәнән Мәҙинәгә күсенеү «Һиджра» тип атала (башҡортса – Һижрә).* Әлеге көнгә тиклем мосолмандар ошо Һижрә йылынан башлап үҙ тәҡүимдәрен (календарҙарын) һанайҙар. *Тимәк, 622 йыл – ул мосолман тәҡүименең 1 йылы (йәғни, һижри 1 йыл).*

Мәҙинәлә мосолмандар көслөрәк ине. Мөхәммәт Бәйғәмбәр (ﷺ) Мәҙинәгә күсеп килеү менән, унда беренсе Ислам дәүләте ҡоролдо. Был ҡалала Мөхәммәт пәйғәмбәр (ғәләйһиссәләм) йәмғеһе 10 йыл йәшәйәсәк. Ошо ун йыл эсендә Мәҙинә мосолмандары менән Мәккә мөшриктәре араһында бер нисә ҡаты һуғыш була (мәҫәлән, Бәҙер, Өхөд һуғыштары). Ахыр сиктә мосолмандар Мәккәне яулап алалар, һәм күп тә үтмәй ислам дине бөтә Ғәрәп ярымутрауы буйлап тарала. Унда бер кафыр хакимлығы ла ҡалмай.
Һижри тәҡүим буйынса 20 йылда мосолмандар ҡеүәтле Фарсы дәүләтен (Персияны) юҡ итәләр, румдарҙың (Византия империяһының) күп өлкәләрен үҙҙәренә ҡушалар.

Ләкин быларҙы Мөхәммәт Бәйғәмбәргә (ғәләйһиссәләм) үҙенә күрергә насип булмай, сөнки ул 10 һижри йылда Аллаһы Тәғәлә хозурына күсә. Мосолмандарҙың киләсәк еңеүҙәрен күрмәһә лә, ул быны алдан әйтеп ҡалдырған ине. Уның киләсәк тураһындағы барлыҡ хәбәрҙәре лә тормошҡа ашты һәм әле лә ашып килә.

*Мөхәммәт (ﷺ) – ул Аллаһы Тәғәләнең бөтөн кешелеккә ебәрелгән илсеһе, Бәйғәмбәре.* Ул беҙгә Аллаһы Тәғәләнең китабы – Ҡөрьәнде еткергән. Беҙ уға итәғәт итһәк кенә, дөрөҫ юл табырбыҙ. Аллаһы Тәғәлә беҙгә шулай тигән: *«Аллаһҡа, Уның рәсүленә һәм Беҙ иңдергән нурға (Ҡөрьәнгә) иман килтерегеҙ. Аллаһ һеҙҙең эштәрегеҙҙе белә!»* («Үҙ-ара алдашыу» сүрәһе, 8 аят).

Мөхәммәт Бәйғәмбәр (ғәләйһиссәләм) беҙгә Аллаһы Тәғәләнән Ҡөрьәнде еткерҙе һәм үҙенең тормошо (Сөннәте) аша Ҡөрьән буйынса нисек йәшәргә кәрәклеген өйрәтте. Шулай итеп, Ҡөрьән-Кәрим – ул Аллаһы Тәғәләнең китабы, ә Бәйғәмбәребеҙ (ғәләйһиссәләм) Сөннәте (йәғни, тормошо) – ул ошо китапҡа тере аңлатма һәм үрнәк. Тимәк, *ислам диненең ике ҙур сығанағы бар: Ҡөрьән һәм Сөннәт.*

Сөннәткә Мөхәммәт Бәйғәмбәрҙең (ﷺ) һүҙҙәре һәм ғәмәлдәре керә, улар беҙгә хәҙистәр аша килеп еткәндәр. *Хәҙистәр бер нисә ҙур йыйынтыҡтарҙа тупланған.* Мәҫәлән, Бохари, Мөслим, Тирмиҙи, Нәсәи, Ибн Мәджәһ, Әбү Дауыт һәм башҡа хәҙис китаптары бар. Был китаптарҙы яҙыр өсөн ошо һанап үтелгән ғалимдар Мөхәммәт пәйғәмбәр (ғәләйһиссәләм) әйтеп ҡалдырған һәр бер һүҙҙе бөртөкләп йыйғандар, сөнки улар (ғалимдар һәм, ғөмүмән, бөтә хаҡ мосолмандар ҙа) Сөннәткә ялған һүҙҙәр килеп кермәһен тип ҡурҡҡан. Шуға күрә был китаптарҙа Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (ﷺ) һүҙе килтерелер алдынан, ул һүҙҙәрҙе таратыусы кешеләрҙең исемдәре лә әйтеп кителә. Мәҫәлән, иң тәүҙә «Мөхәммәд ибн Бәшәр Шүғбәнән, Шүғбә Әбү Тәййахтан, Әбү Тәййах Әнәстән, Әнәс Мөхәммәд пәйғәмбәрҙән (ғәләйһиссәләм) шундай һүҙҙәр ишеткән...» - тиелә лә, шунан хәҙис килтерелә. Ошо исемдәр теҙмәһе «сәнәд» тип атала. Тимәк, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (ғәләйһиссәләм) һүҙҙәре әйтелер алдынан сәнәд күрһәтелергә тейеш, сөнки Пәйғәмбәребеҙ (ғәләйһиссәләм) исеменән һәм уның тураһында теләһә нәмә һөйләргә ярамай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә күп кешеләр быны аңламай, Мөхәммәт пәйғәмбәр (ﷺ) тураһында, беләләрме-юҡмы, теләһә ниндәй һүҙҙәр һөйләйҙәр. Һәр хәҙис алдында уның сәнәде булырға тейеш. Ислам дине – ул ялған һүҙҙәр йыйынтығы түгел. Ислам дине – ул кемдеңдер кемдәндер ҡасандыр ишетеп ҡалған һәм шуны үҙенсә аңлаған уйҙырмалар йыйылмаһы ла түгел. Ислам динендә бөтөн нәмә Ҡөрьәнгә һәм Мөхәммәт Бәйғәмбәрҙең (ﷺ) ышаныслы (сәхих) хәҙистәренә таяна.
Мөхәммәт пәйғәмбәр (ғәләйһиссәләм) әйткән һүҙҙәр – ул Аллаһы Тәғәләнең уға Ябраил фәрештә аша өйрәткән нәмәләре, шуға күрә беҙ Бәйғәмбәребеҙгә итәғәт итергә (буйһонорға) тейешбеҙ.

Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә шулай ти: *«Рәсүлгә буйһонған кеше, тимәк, Аллаһҡа ла буйһона. Ә кем йөҙ сөйөрһә – Беҙ бит һине улар өҫтөнән һаҡсы итеп ебәрмәнек»* («Ҡатындар» сүрәһе, 80 аят). Йәғни, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең эше – ул бары тик аңлатыу ине, беҙҙе нимәгәлер көсләү – уның вазифаһы түгел. *Кем уның артынан эйәргән, тимәк, ул ҡотолған һәм йәннәткә юл тапҡан, ә кем уны тыңламай, ул ҡараңғылыҡта йәшәр һәм ахыр сиктә йәһәннәмгә китер (Аллаһы Тәғәлә беребеҙгә лә быны күрһәтмәһен ине!).*

Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең (ғәләйһиссәләм) сираһы – донъялағы иң мөһим тарих ул. *Ниндәйҙер ябай кешенең тарихын өйрәнер алдынан, беҙ иң тәүҙә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (ﷺ) тормош юлын белергә тейешбеҙ.* Уның (ғәләйһиссәләм) тормош юлы – Ҡөрьәндең йыйылыу тарихы ул. Ҡөрьән буйынса йәшәргә теләгән һәр кеше Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (ғәләйһиссәләм) – кешелек тарихындағы иң камил, иң изге кешенең – тормошон, йәшәйешен, ғүмер юлын өйрәнергә тейеш. Быны белмәйенсә, беҙ Ҡөрьәндең дә ҡәҙерен аңлай алмаясаҡбыҙ. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (ﷺ) сираһын бөтә нескәлектәре менән өйрәнегеҙ. Уның һәр бер һүҙен, эшен, йылмайыуын, ниндәй атай, ҡатындары өсөн ниндәй ир булыуын һәм башҡаһын беҙ, мосолмандар, яҡшы белергә бурыслыбыҙ. Быларҙы белһәк кенә, беҙ ысын мосолмандар була алырбыҙ.

Кем дә кем үҙ тормошонда Мөхәммәт пәйғәмбәр (ғәләйһиссәләм) артынан эйәрһә, үҙ йәшәйешен Сөннәткә ярашлы ҡорһа, тик шул ғына Ҡиәмәт көнөндә һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ (ғәләйһиссәләм) менән бергә булыр.

Аллаһы Тәғәлә беҙгә Ҡиәмәт көнөндә лә, артабанғы мәңгелек донъяла ла һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ (ﷺ) менән бергә булырға насип итһен!

Тағы ла шул: иғтибар итһәгеҙ, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (ғәләйһиссәләм) исемен әйткән йә уның турала ишеткән һайын, уға «саллаЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм» тип сәләм еткерер кәрәк. Был башҡортсаға яҡынса «Аллаһтың фатихаһы һәм сәләме булһын уға» тип тәржемә ителә. Бик сауаплы һәм күркәм ғәмәл был, сәләмгә һаран булмағыҙ.


(Ишморат хәҙрәт Хәйбуллин.
"Дин дәрестәре" китабынан.)

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: