+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Октябрь 2021, 13:40

Ҡазанда Мостай Кәримдең тыуыуына 102 йыл тулыуға арналған әҙәби-музыкаль флешмоб үтте.

Уны урындағы башҡорттарҙың милли-әҙәби автономияһы (башҡорттар ҡоролтайы) ойошторҙо. Байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла Мостай Кәрим исемендәге фондтан иҫтәлекле бүләктәр һәм шағирҙың китаптары тапшырылды. 

Ҡазанда Мостай Кәримдең тыуыуына 102 йыл тулыуға арналған әҙәби-музыкаль флешмоб үтте.
Ҡазанда Мостай Кәримдең тыуыуына 102 йыл тулыуға арналған әҙәби-музыкаль флешмоб үтте.

Байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла Мостай Кәрим исемендәге фондтан иҫтәлекле бүләктәр һәм шағирҙың китаптары тапшырылды. «Залесный» мәҙәни үҙәгенең «Аҡ Тирәк» башҡорт йыр театры "Йолалар" тип аталған композиция күрһәтте, күп милләтле йәкшәмбе мәктәбенең башҡорт бүлексәһе уҡыусылары һәм "Киләсәк" балалар баҡсаһы тәрбиләнеүселәре башҡорт һәм рус телдәрендә Мостай Кәримдең шиғырҙарын уҡыны. Байрамда моңло йырҙар яңғыраны, ҡунаҡтар рәхәтләнеп туған телдә аралашты, дәртле көйгә бейеп тә алды.

Сығанаҡ: https://vk.com/kurultaibashkir 

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: