+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Октябрь 2021, 15:20

Еңел генә бауырһаҡ бешереү сере менән уртаҡлашабыҙ

6 йомортҡаны яҡшылап күпертәбеҙ, ярты сәй ҡалағы ҡабартҡыс(разрыхлитель), бер аш ҡалағы шәкәр ҡомо(өйөп түгел) , бер семтем тоҙ, иләнгән он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ, Ҡамыр йомшаҡ була. Йомшаҡ булһа ла, ҡулға йәбешмәҫлек булырға тейеш. Өҫтөн ҡаплап бер аҙ ял иттерәбеҙ. Ҡамыр ял иткәндә икенсе һауытҡа шыйыҡ май һалып ҡайнатып һыуытып алабыҙ.

Еңел генә бауырһаҡ бешереү сере менән уртаҡлашабыҙ
Еңел генә бауырһаҡ бешереү сере менән уртаҡлашабыҙ

Ҡамырҙы ваҡ киҫәктәргә бүлеп бауҙар(жгуттар)яһайбыҙ, 3-4 см оҙонлоҡта киҫеп сығабыҙ. Майҙа алһыу төҫкә ингәнсе болғата - болғата бешерәбеҙ. Бауырһаҡты һалып бешерә башлағанда май бик һалҡын да, бик ҡайнар ҙа булмаҫҡа тейеш. Бешеп барған береһен тишекле һауытҡа һалып, майынан һарҡытабыҙ. Һыуынғас шәкәр оно( пудра) һибеп табынға бирәбеҙ.

Бауырһаҡтарығыҙ күпереп уңһын, аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын!

сығанаҡ: https://vk.com/bashkortvk 

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: