+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Октябрь 2021, 09:30

Санкт-Петербургта Башҡорт мәҙәниәте көндәре

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербург ҡалаһында Башҡорт мәҙәниәте көндәре үтте. 

Санкт-Петербургта Башҡорт мәҙәниәте көндәре
Санкт-Петербургта Башҡорт мәҙәниәте көндәре

Унда республиканан рәсми ҡунаҡтар сифатында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, шағирә Лариса Абдуллина, Башҡортосандың мәғариф министрлығы белгесе Илдус Ҡаһарманов ҡатнашты.
Сара сиктәрендә "Аҡбуҙат" журналы мөхәрррире, шағирә Лариса Абдуллина баҫманың йәш уҡыусылары Ансар һәм Дана Бүләковтар, Алина һәм Диана Йәһүҙиндар, Әминә һәм Рәшит Хамәтовтар, Самир Ибраһимов менән осрашты .
Балаларға журналдың махсус номеры, дүрт телдә сыҡҡан “Тере шишмә” китабы, милли орнаменттар менән биҙәлгән “Урал батыр” комикстары бүләк ителде.
Санкт-Петербург ҡалаһында йәмәғәт башланғысы менән башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе дәрестәре ойошторолған. Унда 15 бала шөғөлләнә.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, йәкшәмбе мәктәбенә ярҙам йөҙөнән алфавит, уҡытыу-методик ҡуланмалар, нәфис әҙәбиәт тапшырҙы. Исмағил Тасимов көндәрендә әүҙем ҡатнашҡан Артем Фәхриевҡа министрлыҡ дипломдары тапшырылды.
Башҡорт мәҙәниәте көндәре ҙур гала -концерт менән таамланды. Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Гөлназ Ибраһимова әйтеүенсә, сара бик матур үткән. Концерт программаһы “Ирәндек” фольклор ансамбле ойошторолоуға 35 йыл тулыуға арналған. Шулай уҡ, “Наза ” бейеү ансамбле лә сағыу сығыштары менән тамашасыларҙың алҡыштарын яулаған.
– Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алған осорҙа ошодай күркәм сара үткәрелеүе бик әһәмиәтле. Милләттәштәребеҙ ошо мөһим саранан ситтә ҡалмаҫ, әүҙем ҡатнашыр, тип ышанабыҙ. Санкт-Петербург башҡорттарына килгәндә, беҙ – берҙәм һәм әүҙем. Башҡортостанға ярҙам һәм хәстәр өсөн рәхмәтлебеҙ, артабан да был бәйләнештәр нығыныр тип өмөтләнәбеҙ, – ти Гөлназ Хәләф ҡыҙы.

Санкт-Петербургта Башҡорт мәҙәниәте көндәре
Санкт-Петербургта Башҡорт мәҙәниәте көндәре
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: