+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Октябрь 2021, 12:10

Рәсми тарихта ҡала торған мөһим сарала әүҙем ҡатнаш!

Билдәле журналист, “Вечерняя Уфа” гәзитенең баш мөхәррире Вячеслав Голов та халыҡ иҫәбен алыуҙа теләп ҡатнаша. Уның атаһы, билдәле композитор, халыҡ артисы Николай Голов рус милләтенән, ә әсәһе, данлыҡлы йырсы Мәғфирә Ғәлиева – башҡорт.

Рәсми тарихта ҡала торған мөһим сарала әүҙем ҡатнаш!
Рәсми тарихта ҡала торған мөһим сарала әүҙем ҡатнаш!

15 октябрҙә Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башланды. Һис шикһеҙ, был – милләтебеҙҙең бөгөнгө торошо тураһындағы мәғлүмәттәрҙе рәсми тарихҡа яҙып ҡалдыра торған мөһим сара. Халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре тотош ил һәм айырым төбәктәрҙең артабанғы үҫеш юлдарын билдәләй.

Билдәле шашкасы, халыҡ-ара шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина ла мөһим кампанияла ҡатнашҡан, йәниҫәп алыусылар уны йортонда тап итә. Анкетала 33 һорау, әммә милләткә ҡағылышлыһы уның өсөн айырыуса әһәмиәтле.

– Башҡортостандан ситтә тыуып- үҫһәм дә, спортсы булараҡ танылыуым тап ошо республика менән бәйле. Һәр саҡ яҡташтарымдың яҡлауын тоям. Халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙа сығыш яһағанда ла Башҡортостанымдың, башҡорт еренең данын яҡлайым, бының менән ғорурмын. Әлбиттә, мин үҙемде тулы ҡанлы башҡорт тип иҫәпләйем, - ти Тамара Михайловна.

Билдәле журналист, “Вечерняя Уфа” гәзитенең баш мөхәррире Вячеслав Голов та халыҡ иҫәбен алыуҙа теләп ҡатнаша. Уның атаһы, билдәле композитор, халыҡ артисы Николай Голов рус милләтенән, ә әсәһе, данлыҡлы йырсы Мәғфирә Ғәлиева – башҡорт. Вячеслав Өфөлә бына ошондай ижади ғаиләлә тыуып үҫкән. Ул әсәһенең телен туған теле тип иҫәпләй, башҡортса иркен аралаша, ижад итә.

– Әсәйем – башҡорт, телем дә башҡортса сыҡты. Мине башҡорт өләсәйем тәрбиәләне һәм үҙемде бар булмышым, рухым менән башҡорт тип иҫәпләйем. Әлбиттә, һәр халыҡ иҫәбе алыу кампанияһында башҡорт тип яҙылам һәм был юлы ла шулай тип теркәләсәкмен, – ти Вячеслав Голов.

Илдең социаль-иҡтисади үҫешендә халыҡ иҫәбен алыу кампанияһының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Уның һөҙөмтәһендә тупланған мәғлүмәттәр хеҙмәт баҙарын планлаштырғанда, бюджет ҡабул ителгандә, халыҡты социаль яҡлау, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф тармағына бәйле мәсьәләләрен хәл иткәндә кәрәк. Улар әле эшләп килгән программаларға көн талабына ярашлы төҙәтмәләр индерергә, яңыларын ҡабул итергә ярҙам итәсәк ти Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов.

– Власть органдарында эшләү дәүерендә өсөнсө тапҡыр Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашам. 2002 йылда райондагы ауылдарҙың күбереһндә урам исемдәре, йорт номерҙары юҡ ине. Иҫәпселәр рәт буйлап йөрөп мәғлүмәт тупланы. Ә быйылғы иҫәп алыу һанлы форматта үтә. Ҡыҫға ғына ваҡыт арауығында тормош ни тиклем йылдам үҙгәрештәр кисерә, ти – Илшат Әғзәм улы. - Һуңғы иҫәп алыу буйынса беҙҙең районда 46 проценты башҡорттар, шулай уҡ урыҫтар, татарҙар, удмурттар, мариҙар һәм башҡа милләт вәкилдәре йәшәй. Район тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән көндәлек эшебеҙҙә уларҙың һәр ҡайһыһының мәнфәғәтен күҙ уңында тотабыҙ. Район халҡына иҫәп алыуҙа ҡатнашып, үҙҙәре лә киләсәкте төҙөргә ярҙам итеүҙәрен аңлатабыҙ.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: