-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ноябрь 2021, 12:06

Балалар һәм йәштәр театрҙары фестивале бара

Фестивалдә 22 театр коллективы ҡатнаша, уларҙың туғыҙы – балалар, ун өсө – йәштәр театры.

Балалар һәм йәштәр театрҙары фестивале бара
Балалар һәм йәштәр театрҙары фестивале бара

Октябрь аҙағында республика балалар һәм йәштәр театрҙары фестивале башланды. Өфө, Стәрлетамаҡ, Межгорье ҡалаларында, Благовещен, Бәләбәй, Ейәнсура, Мәләүез һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында конкурс спектаклдәре ҡаралған да инде. Тағы ике коллектив – Баҡалы районынан “Таң” һәм Учалынан “Бөҙрәкәй” өлгөлө башҡорт театрҙары әҫәрҙәрен ҡарау көтөлә.

Беренсе бындай фестиваль 2019 йылда үткәрелгәйне. Унда Гран-приҙы Салауат ҡалаһынан “Арлекин” театр студияһы алды. “Быйыл фестивалдә 22 театр коллективы ҡатнаша, уларҙың туғыҙы – балалар, ун өсө – йәштәр театры. Фестиваль географияһы киңәйә барғаны ҡыуаныслы, халыҡ коллективтары режиссерҙары һәм етәкселәре яғынан ҡыҙыҡһыныу артыуы шул хаҡта һөйләй”, – ти Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Тәнзилә Ҡалмырҙина.

Жюриҙа билдәле сәнғәт әһелдәре эшләй: Әхтәм Абушахманов – рәйесе, Таңсулпан Бабичева, Олег Ханов, Мөсәлим Күлбаев, Хөрмәтулла Үтәшев, Зиннур Сөләймәнов, Тәнзилә Ҡалмырҙина, Рима Харисова.

Сара РФ Президенты В.В.Путиндың май указында раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы ғәмәлгә ашырыла. Уны Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡ ижады үҙәге ойоштора.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: Республика халыҡ ижады үҙәге, Р. Нафиҡов фотоһы.

Автор:Равиля Гатауллина
Автор: "Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас