Хәйбулла районының 2-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбе президенты, 7 Д синыфы уҡыусыһы Йәнтимер Ғөбәйҙуллин уҡыу йорто уставына ҡул һалып ант бирҙе.
Президент һайлауында ҡатнашҡан кандидаттар ҙа сарала ҡатнашты, тип хәбәр итәләр Аҡъярҙың 2-се мәктәбенең https://vk.com/public132671310 төркөмендә. Йәнтимер һайлаусыларына ҙур рәхмәттәр әйтте һәм ең һыҙғанып эшләргә вәғәҙәләр бирҙе.
Яңы президент һәм парламент ағҙалары алдында 2018-2021 йылдағы мәктәп президенты Илнария Минһажева сығыш яһаны, йылы ҡолау һуҙҙәрен еткерҙе.
"Беҙҙең мәктәп парламенты уйлап эшләй торған, белем йорттобоҙҙон мәнфәғәтен һәм киләсәген уйлаған берҙәм команда. Сөнки мәктәбебеҙ - ул белем усағы. Бында беҙҙе белем, мөхәббәт, матурлыҡ, фантазия, ижади эштәр һәм дуҫтар уратҡан. Был балаларҙың менән ололарҙың берҙәмлеге", тип әйтте Илнария.
фото: https://vk.com/public132671310 төркөмөнән