-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ноябрь 2021, 15:06

Буран яҡынлаша

Елдең көсәйеүе, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ булыуы, урыны менән...

Буран яҡынлаша
Буран яҡынлаша

Республикала елдең көсәйеүе, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ булыуы, урыны менән ҡар һырынтылары ятыуы мөмкин.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Төндә ҡар, көндөҙ бер аҙ епшек ҡар. Айырым райондарҙа буран сығыуы, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ, урыны менән ҡар һырынталары ятыуы мөмкин.

Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан секундына 9-14 метр, ҡайһы бер райондарҙа уның тиҙлеге 18 метрға етеүе ихтимал.

Һауа температураһы төндә -6,-11, аяҙытҡанда иһә -16, көндөҙ 0, -5 градус була. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей.

Буран яҡынлаша
Буран яҡынлаша
Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас