-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Декабрь 2021, 12:12

ДЕКАБРЬ АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР

1 декабрь – әгәр ҡыштың беренсе көнөндә ҡара ҡарға күрһәгеҙ, ҡыш йылы булыр.

ДЕКАБРЬ АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР
ДЕКАБРЬ АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР

2 декабрь – аяҙ һауа ҡыштың һалҡын килеүе тураһында һөйләй. Әгәр был көндө ҡар төшһә, ғинуарға тиклем сатнама һыуыҡтар көтмәгеҙ.

3 декабрь көндө ҡар яуһа, 3 июндә көслө ямғыр яуа. Әгәр киреһенсә булһа, йәй иртә килер.

4 декабрь – күктә болоттар күп булһа, бер аҙҙан һыуытасаҡ. Буран йылы һәм ҡарһыҙ ҡыш башланыуы тураһында һөйләй.

5 декабрь көндө бик ныҡ һалҡын булһа, тимәк, оҙаҡламай бурандар башланыр.

6 декабрь көндө ҡар төшһә, һыуыҡтар булыр. Әгәр был көндө епшек икән, Яңы йылға тиклем ҡыш көтмәгеҙ.

7 декабрь күктә йондоҙҙар балҡып торһа, һауа торошо кинәт үҙгәрер. Әгәр был көндө йондоҙҙар атылһа, ҡышын ҡар аҙ яуа, ә мартта көслө һыуыҡтар килер.

8 декабрь көндө мөрйәнән сыҡҡан төтөнгә иғтибар итәләр. Әгәр ул өҫкә күтәрелһә, тиҙҙән ҡар яуыр. Таралып китһә, елле булыр.

9 декабрь – әгәр был көндө болоттар ергә һалынып торһа, бер аҙҙан һыуыҡтар етер.

10 декабрь көндө эт һәм бесәйҙәр үҙҙәрен ғәҙәттәгенән тынысыраҡ тотһа, ҡаты һыуыҡ һәм ыжғыр буран көтөгөҙ.

11 декабрь көндө бесәй тырнанһа, һыуыта. Эт өрөп, шыңшый икән, бик көслө һыуыҡтар киләсәк.

12 декабрь көндө әҙерәк болотлап торһа, һыуыта. Көн томанлы икән, тиҙҙән көслө ел һәм буран булыр.

13 декабрь көндө ҡар яуһа, ул ерҙә 110 көн ятыр.

14 декабрь – ҡаурый-ҡаурый ҡатламлы болоттар һыуыҡтар тураһында киҫәтә.

15 декабрь көндө ямғыр яуһа, ул 40 көн буйына дауам итә.

16 декабрь көндө балыҡсылар яҡшы табыш менән ҡайтһа, ҡыш йылы килер.

17 декабрь көндө ағас ботаҡтарында ҡар ята икән, ҡыш һалҡын килер.

18 декабргә тиклем бер тапҡыр ҙа һыуыҡтар булмаған икән, тимәк, тиҙ арала епшек ҡар бураны булыр.

19 декабрь – бесәйҙәр ауыҙ-моронон тәпәйе менән ҡаплап йоҡлаһа, тиҙ арала көслө һыуыҡтар килер.

20 декабрь – бесәйҙәр һыу эсһә, көслө яуым-төшөм булыр.

21 декабрь ҡояш ғәҙәттәгенән иртәрәк сыҡһа, ҡар яуа.

22 декабрҙә көн аяҙ булып, ҡар яуһа – йылы ҡышҡа ишара.

23 декабрҙәге буран – көслө һыуыҡтар билдәһе.

24 декабрь – ҡоштар түбән осһа, ел көсәйер. Көньяҡтан иҫкән ел көндөң йылыныуы тураһында һөйләй.

25 декабрь – киләһе йылдың уңышлы килеү-килмәүен белеү өсөн был көндө сейә ботағы киҫеп, уны ер һалынған сүлмәккә ултыртҡандар. Ул Раштыуаға япраҡ ярһа, йыл уңышлы килә тип һаналған.

26 декабрҙән башлап 12 көн һыуыҡ була икән, ҡыш сатнама һалҡын килер.

27 декабрь – төндә ағастарҙы бәҫ һарыһа, ҡыш һыуыҡ килә. Иртәнге сатнама һыуыҡ тиҙ арала көслө ел һәм ҡар бураны буласағын иҫкәртә.

28 декабрь көндө йылы була икән, тимәк, көслө һыуыҡтар ҡыш аҙағында ғына киләсәк.

29 декабрҙәге һалҡын әсе ел Раштыуа һалҡындарының дауамлы булыуы хаҡында иҫкәртә. Болотло, елле көн – кинәт йылытыуға.

30 декабрҙә ҡар яуһа, Яңы йыл төнө һалҡын булыр.

31 декабрь көндө иларға һәм күңелһеҙләнергә ярамай, юғиһә йыл буйы шундай кәйеф оҙата барасаҡ.

 

 

Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се синыф уҡыусыһы Шөгөров Инсафтың "Ҡышҡы урам" һүрәте .

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: