-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Декабрь 2021, 12:44

"Шыршы - 2021" профилактик операцияһы

2021 йылдың 29 ноябренән 31 декабренә тиклем Башҡортостанда йәш ылыҫлы ағастарҙы һаҡлау маҡсатында  законһыҙ киҫеү осраҡтарын кисектереү өсөн "Шыршы - 2021" профилактик операция ойошторола.

"Шыршы - 2021" профилактик операцияһы
"Шыршы - 2021" профилактик операцияһы

Законһыҙ рәүештә ҡырҡылған ылыҫлы ағастар өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Айырым граждандар өсөн  3-4 мең , вазифалы кешеләр категорияһына 20-40 мең, юридик шәхестәргә - 200-300 мең штраф һалыуҙары мөмкин. Штрафтан тыш закон боҙоусы ҡырҡылған шыршылар хаҡын урман фондына ҡайтарырға тейеш. Әгәр ҙә килтерелгән зыян 5 мең һумдан артһа, енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ. 

Башинформан алынды.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: