+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Декабрь 2021, 12:52

Һуңғы өс йылда Башҡортостанда 31 мәктәп төҙөлгән.

Һуңғы өс йылда Башҡортостанда 11 548 уҡыусылыҡ  31 мәктәп, 7 953 урынлыҡ 46 балалар баҡсаһы төҙөлгән. Төҙөкләндергәндән һуң мәктәптәрҙә — 2667, ә балалар баҡсаларында 2842 урын булдырылған. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.

Һуңғы өс йылда Башҡортостанда  31 мәктәп төҙөлгән.
Һуңғы өс йылда Башҡортостанда 31 мәктәп төҙөлгән.

«Республиканың башҡа ҡала-ауылдарында ла белем усаҡтары төҙөйбөҙ. Ҡырмыҫҡалы районы Прибельский ауылында мәктәп буйынса мәсьәләгә нөктә ҡуябыҙ, намыҫһыҙ подрядсынан һуң хәлде төҙәтәбеҙ. Өфө районы Миловка ауылында эштәрҙе дауам итәбеҙ. Шулай уҡ Учалы, Хәйбулла, Дыуан, Баймаҡ райондарында һәм Өфөлә мәктәптәр һалабыҙ. Белореттағы мәктәпте төҙөкләндерә башланылар. Яңы балалар баҡсалары асырға йыйынабыҙ.

Ошондай темп менән төҙөһәк тә, Башҡортостанда мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына ихтыяж ҙур. Шуға күрә социаль йүнәлешле төҙөлөш сәйәсәтен артабан да дауам итербеҙ», — тиелә яҙмала.

Шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың  “Мәғариф” милли проектының “Заман мәктәбе” төбәк проектына ярашлы Учалыла 1225 урынға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлә башланы. Яңы учреждение ҡала мәктәптәрендәге уҡытыу процесын бер сменаға күсереүгә мөмкинлек бирәсәк.

Мәктәптең майҙаны 18 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Дүрт ҡатлы бинала спорт залы, иркен ашхана, тантаналар залы, кабинеттар, киң коридорҙар буласаҡ. Башланғыс кластар өсөн уйын зоналары менән айырым блок ҡаралған. Бинаға ингән урында мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн пандустар хәстәрләнәсәк, ә эстә ике лифт буласаҡ.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: