-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2021, 15:50

11-се синыф уҡыусылары тәүге һынауҙы үтте.

Йыл һайын ун беренсе синыф уҡыусылары декабрҙең беренсе шаршамбыһында инша яҙа. Белеүебеҙсә, йомғаҡлау һынауын уңышлы үткән уҡыусылар Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына инеү мөмкинлеген ала. Быйыл иһә иншаны 650 меңгә яҡын уҡыусы яҙған. Республикабыҙҙың 820 дөйөм белем биреү мәктәбендә барлығы 116 меңдән артыҡ ун беренсе синыф уҡыусыһы инша яҙҙы. Йомғаҡлау иншаһы (изложение) өсөн “незачёт” алған йә икенсе сәбәптәр арҡаһында һынауҙа ҡатнаша алмағандар өҫтәмә көндәрҙә – 2022 йылдың 2 февралендә һәм 4 майҙа һынау тотасаҡ.

11-се синыф уҡыусылары тәүге һынауҙы үтте.
11-се синыф уҡыусылары тәүге һынауҙы үтте.

Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балалар иншаны  изложение менән алыштыра ала. Быйыл уны 11 мең 900 кеше һайлаған. Мәктәпте уҙған йылдарҙа тамамлағандарҙан 113 кеше һынау тотҡан.

 

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас