-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2021, 10:24

Аҡмулланың аҡ юлынан

Миәкә районы Туҡһанбай  ауылында Милли әҙәбиәт музейы филиалы – Мифтахетдин Аҡмулла музейында «Аҡмулланың аҡ юлынан» исемле күргәҙмә асылды. Был матур сараға  14 йәштән 22 йәштәге үҫмерҙәр һәм йәштәргә «Пушкин картаһы»  менән инеү мөмкинселеге булдырылды.

Аҡмулланың аҡ юлынан
Аҡмулланың аҡ юлынан

Миәкә районы Туҡһанбай  ауылында Милли әҙәбиәт музейы филиалы – Мифтахетдин Аҡмулла музейында «Аҡмулланың аҡ юлынан» исемле күргәҙмә асылды. Был матур сараға  14 йәштән 22 йәштәге үҫмерҙәр һәм йәштәргә «Пушкин картаһы»  менән инеү мөмкинселеге булдырылды. Сарала Тамьян урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылары  ҡатнашты. Музей хеҙмәткәрҙәре балаларҙы Аҡмулла көндәре менән тәбрикләне һәм  шағирҙың 190 йыллыҡ юбилейына арналған файзалы сара үткәрҙе. Дәрес - экскурсия рәүешендә ойошторолған был сарала музей хеҙмәткәрҙәре уҡыусыларҙы Башҡортостандың күренекле шағиры, мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлы һәм ижадына ҡағылған киң билдәле булмаған мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Сара барышында әҙиптең шиғырҙары, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны. Уҡыусылар «Мөғжизәләр яланы»» уйынында ҡатнашып, викторина һорауҙарына яуап биреп үҙҙәренең белемдәрен нығыттылар. Сара йылы дуҫлык атмосфераһында үтте, уҡыусылар был фәһемле саранан ҡәнәғәт ҡалдылар һәм Аҡмулла кеүек шәхестәрҙән өлгө алып, Башҡортостаныбыҙҙы алға алып барырлыҡ аҡыллы, белемле, тәртипле,ҡыйыу кешеләр булып үҫергә һүҙ бирҙеләр.

Аҡмулланың аҡ юлынан
Аҡмулланың аҡ юлынан
Аҡмулланың аҡ юлынан
Аҡмулланың аҡ юлынан
Аҡмулланың аҡ юлынан
Автор: Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас