+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2021, 12:39

Башҡорт теле көнө уңайынан премиялар раҫланды

Олимпиада еңеүселәре һәм уларҙың остаздары бишәр мең һум, ә призерҙар һәм уларҙың уҡытыусылары – өсәр мең һум аласаҡ.

Башҡорт теле көнө уңайынан премиялар раҫланды
Башҡорт теле көнө уңайынан премиялар раҫланды

Башҡортостанда башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Төбәк-ара еңеүселәре һәм призерҙары премиялар аласаҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы Башҡорт теле көнө уңайынан премиялар раҫланды.

Олимпиада еңеүселәре һәм уларҙың остаздары бишәр мең һум, ә призерҙар һәм уларҙың уҡытыусылары – өсәр мең һум аласаҡ.

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәҙәниәт идаралығы начальнигы Азат Батыршин әйтеүенсә, олимпиада 1987 йылдан үткәрелеп килә, ә 1996 йылда төбәк-ара статусын алды. Ырымбур, Силәбе, Курган, Һамар, Саратов, Свердловск өлкәләре, Пермь крайы һәм Татарстан республикаларынан ошо арауыҡта олимпиадала туғыҙ меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты.

Олимпиада туған тел һәм әҙәбиәтенән тәрән белемле, һәләтле  балаларҙы асыуға булышлыҡ итә.

Башҡорт теле көнө уңайынан премиялар раҫланды
Башҡорт теле көнө уңайынан премиялар раҫланды
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: