-23 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2021, 12:34

Учалы ҡалаһында төбәк-ара “Диктор тауышы - 2021” конкурсының йомғаҡлау этабы үтте

Ул Башҡортостандың халыҡ артисы, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының күренекле дикторы, Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында тыуып үҫкән шәхес - Әхәт МОРТАЗИНдың яҡты иҫтәлегенә арналды.Өсөнсө тапҡыр уҙғарылған бәйгелә республика райондарының һәм Силәбе өлкәһенең белем биреү ойошмаларынан 80 уҡыусы ҡатнашты. Финалға 18 конкурсант сығып, данлыҡлы дикторҙың тыуған ерендә үҙҙәренең һәләтен сәхнәнән күрһәтте.

Учалы ҡалаһында төбәк-ара “Диктор тауышы - 2021” конкурсының йомғаҡлау этабы үтте
Учалы ҡалаһында төбәк-ара “Диктор тауышы - 2021” конкурсының йомғаҡлау этабы үтте

Саҡырылған ҡунаҡтар – Әхәт Мотаһар улының тормош иптәше, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының директор урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева, бабаһы - Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Алик Байһарин, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының махсус хәбәрсеһе Гүзәл Ситдиҡова, дикторҙың бер туған ағаһы Радик Мортазин сарала ҡатнашты. Халыҡ артисының туғандары уның тормошонан ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, иҫтәлектәре менән бүлеште.
С. Ш. Йыһаншин исемендәге 1-се башҡорт лицейында йомғаҡлау турында сығыш яһаусы финалистар текстарҙы аныҡ, бер тулҡынланыуһыҙ уҡыны, яңылыҡтар теҙмәһен яттан һөйләне.
- Минеңсә, конкурста ҡатнашҡан 80 уҡыусы ла – еңеүсе! Сөнки һеҙ туған телдең әһәмиәтен аңлайһығыҙ, ҙур хөрмәт менән уға ҡарайһығыҙ. Тимәк, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте йәшәйәсәк, быуындан-быуынға күсәсәк, - тине уҡыусыларға мөрәжәғәт итеп, Тәнзилә Үлмәҫбаева.
Конкурстың беренсе этабы онлайн-форматта, муниципаль кимәлдә үтте. Һуңынан иң яҡшы видеороликтар Өфөгә ебәрелеп, жюри составындағы Башҡортостан телевидениеһы белгестәре тарафынан еңеүселәр билдәләнде.
Сибай ҡалаһы балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүсеһе Арыҫлан Мәхмүтов, Учалы районы Талха Ғиниәтуллин исемендәге Ураҙ лицейының 11-се класс уҡыусыһы Лениза Шәйхетдинова, Өфө ҡалаһы 161-се лицейының 3-сө класс уҡыусыһы Арыҫлан Ҡырымсурин, Әлшәй районы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының 8-се класс уҡыусыһы Байрас Сәләмов, Учалы ауылы башҡорт гимназияһынан 8-се класс уҡыусылары Әсәҙуллин Данияр һәм Золотарева Ләйсән, Илсе урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Хоҙайғолов Әбделхәмит, Сәфәр урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Ихсанова Эвелина, 3-сө лицейҙың 9-сы класс уҡыусыһы Зәйнәшев Замир, Ғафури районы Красноусол башҡорт гимназияһының 6-сы класс уҡыусыһы Ғәлимова Ә, 10-сы урта мәктәптең 8-се класс уҡыусыһы Хәйретдинова Алтынай асыҡ конкурстың еңеүселәре булып танылдылыр.
Салауат районы Малаяҙ урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Шәмсетдинова Наҙгөл, Өфө ҡалаһынан Ишдәүләтова Ләйлә, Абҙаҡ урта мәктәбенән Аманова Зөлхизә, 3-сө лицейҙан Хажиәхмәтова Ангелина,10-сы мәктәптең 3-сө класс уҡыусылары Байрамгалина Камелия һәм Джантаева Самира мәртәбәле конкурстың призерҙары тип билдәләнделәр.
Уҡыусыларға төп талап - журналист маһирлығын, дикторлыҡ һәләтен күрһәтеү ине. Улар быны лайыҡлы үтәп конкурс һөҙөмтәләре буйынса "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһының дипломдарына һәм ҡиммәтле бүләктәренә лайыҡ булдылар. Конкурста ҡатнашыусылар Яңы Байрамғол ауылында Ә.М. Мортазиндың тыуған ауылында һәм уның музейында булып, легендар дикторҙың ижады, тормош юлы менән тағы ла тәрәнерәк таныштылар.
Киләһе йыл конкурс даирәһе тағы ла киңәйеп, туған телендә һөйләүсе йәш дикторҙар конкурсы яңы исемдәр асһын.
Афарин, йәш дикторҙар❗

 

https://vk.com/tamasharb сайтынан алынды.

Учалы ҡалаһында төбәк-ара “Диктор тауышы - 2021” конкурсының йомғаҡлау этабы үтте
Учалы ҡалаһында төбәк-ара “Диктор тауышы - 2021” конкурсының йомғаҡлау этабы үтте
Учалы ҡалаһында төбәк-ара “Диктор тауышы - 2021” конкурсының йомғаҡлау этабы үтте
Учалы ҡалаһында төбәк-ара “Диктор тауышы - 2021” конкурсының йомғаҡлау этабы үтте
Учалы ҡалаһында төбәк-ара “Диктор тауышы - 2021” конкурсының йомғаҡлау этабы үтте
Учалы ҡалаһында төбәк-ара “Диктор тауышы - 2021” конкурсының йомғаҡлау этабы үтте
Учалы ҡалаһында төбәк-ара “Диктор тауышы - 2021” конкурсының йомғаҡлау этабы үтте
Учалы ҡалаһында төбәк-ара “Диктор тауышы - 2021” конкурсының йомғаҡлау этабы үтте
Учалы ҡалаһында төбәк-ара “Диктор тауышы - 2021” конкурсының йомғаҡлау этабы үтте
Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас