+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Декабрь 2021, 20:09

Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары менән осрашты

Рух осҡондарын тоҡандырыусы, йәшәргә дәрт, илһам уятыусы, ауырлыҡтарға бирешмәй, тормош һуҡмаҡтарынан ҡыйыу атларға әйҙәүсе шәхес менән аралашыуҙы уҡыусылар йылы ҡабул иттеләр.

Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары менән осрашты
Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары менән осрашты

Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында Башҡортостан республикаһының Милли әҙәбиәт музейы тарафынан ойошторолған йәш яҙыусы, журналист, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар Союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов менән «Пушкин картаһы» буйынса әҙәби осрашыу үтте. Рух осҡондарын тоҡандырыусы, йәшәргә дәрт, илһам уятыусы, ауырлыҡтарға бирешмәй, тормош һуҡмаҡтарынан ҡыйыу атларға әйҙәүсе шәхес менән аралашыуҙы уҡыусылар йылы ҡабул иттеләр. Осрашыу ваҡытында Айгиз Баймөхәмәтов китап уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирҙе.
Яҙыусының «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса ҡуйылған «Хыялға ҡаршы» спектаклендә төп ролде башҡарыусы, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының актёры, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Артур Кәбиров та сараның махсус ҡунағы булды. Ул балалар йортонда тәрбиәләнеүсе Ильяс Мөхәмәтов ролен башҡарыусы булараҡ киң билдәле. Актёр спектаклдә ҡатнашыу тәьҫираттары, хис-тойғолары менән бүлеште, «Капитан» йырын йырлап үтте.
Сарала квест-викторина һәм алдан иғлан ителгән А.Баймөхәмәтовтың әҫәрҙәре буйынса һүрәт конкурсы ойошторолдо. Яҙыусының ижады һәм тормош юлына ҡағылышлы викторина һорауҙарына уҡыусылар әүҙем яуап биреп, араларынан иң зирәге һәм иң тапҡыры билдәләнде. Айгиз Ғиззәт улы уға автографлы китабын бүләк итте. «Ҡалдырма, әсәй!», «Әкиәтһеҙ бала саҡ», «Урам балалары», «Ҡыҙыҡ был тормош» китаптарының авторы үҙенең әҫәрҙәре буйынса уҡыусылар тарафынан төшөрөлгән күркәм һүрәттәр араһынан күңеленә оҡшағанын һайлап алып, бер уҡыусыны бүләк менән ҡыуандырҙы. Шулай уҡ был сарала Айгиз Баймөхәмәтовтың китаптарын һатып алыу мөмкинселеге лә булды. Кисә китапҡа автографтар алыу, автор менән фотоға төшөүҙәр менән тамамланды.

Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары менән осрашты
Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары менән осрашты
Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары менән осрашты
Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары менән осрашты
Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары менән осрашты
Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары менән осрашты
Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары менән осрашты
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: