+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Декабрь 2021, 11:47

Яңы йыл кәйефе алып килә “Аманат”тың аҡъюлай һаны!

Әле лә һеҙҙең йортоғоҙҙа Яңы йыл кәйефе юҡмы ни? Борсолмағыҙ, тиҙҙән “Аманат”тың аҡъюлай һаны килеп етер һәм мөғжизәле, тылсымлы байрам иленә һеҙҙе алып инер! Ысынлап та, әле генә донъя күргән һанда ниҙәр бар икән? Әйҙәгеҙ, булмаһа, күҙ йүгертеп алайыҡ.

Яңы йыл кәйефе алып килә “Аманат”тың аҡъюлай һаны!
Яңы йыл кәйефе алып килә “Аманат”тың аҡъюлай һаны!

“Аманат”тың тышында иң илаһи, күңелле бала саҡ һүрәтләнгән. Ошолай тауҙан санаға ултырып шыуып төшөп китәһең дәәәә бар донъяңды онотоп саф һауала рәхәтләнеп күңел асаһың! Шыуып китеп барғанда ауыҙ, күҙҙәреңә ҡар бөрсөктәре бәрелеп семетә, бейәләй, быймаларыбыҙға ҡар йәбешеп бөтә. Эх, ҡайһылай күңелле дуҫтар менән бергәләшеп уйнауы, эйе ме дуҫтар? Дкҫтарым Яңы йыл каникулдарында телефонға текләнеп ултырмағыҙ, беҙҙең кеүек тау шыуығыҙ, атай-әсәйҙәрегеҙгә ярҙам итегеҙ, килештек ме?

Әлбиттә, йыл аҙағында иң-иң әүҙем уҡыусыларыбыҙҙы ла ҡотлап үтәбеҙ. Кемдәр ул беҙҙең быйылғы йәш хәбәрселәребеҙ? Ә “Аманат” журналының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты исемен кемдәр яуланы икән? “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт, “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр, “Мин донъяны һүрәтләйем” һүрәттәр конкурсы, “Күҙ менән ҡаш араһы” фотоконкурсы еңеүселәре тураһында тап һыуығай һанында белерһегеҙ. Аҡъюлай һылыуы титулын был юлы Ауырғазы районы ҡыҙы яуланы. Исеме нисек – “Аманат”ты алдырған тиҙҙән белер!

Башҡорт халҡы составында ҡырҡтан ашыу ырыу билдәле. Борон башҡорттар ят кеше менән танышҡанда тәүҙә: “Һин ҡайһы ырыуҙан? – тип һораған. “Башҡорт тарихы” рубрикаһында был юлы һүҙебеҙ бик боронғо замандан көнъяҡ-көнсығыш Башҡортостанды төйәк иткән боронғо башҡорт ырыуҙарының береһе – Үҫәргән ырыуы тураһында һүҙ бара. Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла райондары, Ырымбур өлкәһенең Гай, Ҡыуандыҡ, Һарыҡташ райондары, Һамар өлкәһенең Оло Глушица, Оло Чернигов райондарында  йәшәүселәр! Белеп ҡуйығыҙ: һеҙ – Үҫәргән ырыуынан!

 “Мажаралы бала саҡ” конкурсына Фәрит Әхмәров өйрәктәрен боҙ туңғанда мәкелә нисек һыу индергәнен бик мауыҡтырғыс итеп яҙған. Дуҫтар, һеҙ ҙә был конкурстан ситтә ҡалмағыҙ. Ололар ҙа ҡатнаша ала – теләк кенә булһын!.

“Мәңгелек сер” рубрикаһында “Регина менән Заһир Зәйнетдиновтарҙың мөхәббәт тарихы!”.журналды ҡулдарығыҙға алғас та уҡып сығырһығыҙ ярай мы дуҫтар!

Ошо урында беҙ сер һандығын ябып торайыҡ. Тиҙҙән һеҙ үҙегеҙ ҙә журналды ҡулығыҙға алып, бер тында йотлоғоп уҡып сығырһығыҙ. Ә кемдәр “Аманат”ҡа 2022 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылып өлгөрмәгән – уларға 6-һынан 16 декабргә хәтлем арауыҡта “Аманат”ҡа арзаныраҡҡа яҙылып ҡалырға мөмкин!
Шулай уҡ “Яҙыл да бүләк от!” уйынында ҡатнашып, бүләктәр отоғоҙ!
Cираттағы “Яҙыл да бүләк от!” уйынында ҡатнашыр ға, бүләк оторға теләһәгеҙ, 2022 йылдың 1-се яртыһына, ә иң яҡшыһы – бер йылға тотошлай яҙылып, журналдың “Бәйләнештә”ге төркөмөндә, йәки рәсми сайтында ҡуйылған купонды ҡырҡып, йәки баҫтырып алып, тултырып, баҫмабыҙға яҙылыу тураһындағы почта квитанцияның (абонементының) күсермәһен редакцияға ебәрегеҙ!
Шул купондарҙы беҙ, Яңы йыл байрамынан һуң, подписка тамамланғас, лототрон рәүешендә уйнатасаҡбыҙ һәм бәхетлеләрҙең ҡайһыныһына ниндәй бүләктәр эләгәсәген билдәләйәсәкбеҙ.
Льгота менән икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡы – 335 һум 40 тин. Индексы – П2706.
Ғәҙәттә, ярты йыллыҡҡа яҙылыусы икенсеһенә яҙылыр ға онота ла ҡуя. Шуға күрә, бер юлы тулы бер йылға яҙылып ҡуйыу отошлораҡ та, арзаныраҡ та булыр.
Тулы йылға яҙылыу индексы – П3396.

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас