Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин.
Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй хөрмәтле башҡорт теле!
Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин,
Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин,
Күпте күргән сәсәнеңдәй, йор, зирәк һин,
Эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле.
Зәйнәб Биишева.