-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Декабрь 2021, 12:14
1

Уҡыусыларҙы оҙон ҡышҡы каникулдар көтә

Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә уҡыусыларҙың яңы йыл каникулдары 27 декабрҙән 9 ғинуарға тиклем. 10 ғинуар уҡыу башлана. Ә беҙҙә?

Уҡыусыларҙы оҙон ҡышҡы каникулдар көтә
Уҡыусыларҙы оҙон ҡышҡы каникулдар көтә

Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә уҡыусыларҙың яңы йыл каникулдары 27 декабрҙән 9 ғинуарға тиклем. 10 ғинуар уҡыу башлана. Ә беҙҙә?

Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса оператив штаб ултырышында республика мәктәптәрендә яңы йыл каникулдарының 31 декабрҙә башланып, 16 ғинуарғаса дауам итәсәген билдәләне. Йәғни уҡыусылар дүшәмбе, 17 ғинуарҙа, мәктәпкә бара.

«Республиканың белем биреү учреждениеларында киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм грипп буйынса ҡатмарлы хәл килеп тыуҙы, 62 339 уҡыусы, 1 083 уҡытыусы сирләй. Шулай ҙа яңы йыл каникулдары киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыу күрһәткестәрен ярайһы уҡ кәметергә мөмкинлек бирер,  тип иҫәпләйҙәр Роспотребнадзорҙа», — тине ведомство башлығы.

Бөрйән районының Байназар ауылы ҡыҙы Ишбаева Азалияның фотоһы

Автор: Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас