Күпселек ҡоштарҙың уртаса тән температураһы 42 градус һәм улар
һалҡындан өшөмәйҙәр. Ә бына ашарға аҙыҡ таба алмауҙан бик күптәре үлә.
Шуға уларҙы ашатырға кәрәк.
Асҡын районы Яңы Ҡаҙансы ауылында йәшәүсе 1 класс уҡыусыһы Диана
Мөхәмәтйәнова, үҙенең бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, ҡоштарҙы бик
ярата, улар тураһында күп мәғлүмәттәр ҙә белә. “Ҡоштар – беҙҙең ҡанатлы
дуҫтарыбыҙ!” – тип уларға тағараҡтар ҙа элеп ҡуйҙы.
Ҡоштарға сәтләүек, көнбағыш, ҡороған емештәр, май, шулай уҡ бойҙай,
һоло, тары ярмалары бирергә кәрәк, икмәк уларға бик тә зыянлы.
Ҡыш көндәрендә ҡоштарҙы баҡсаларыбыҙға эйәләштерһәк, яҙ һәм йәй
айҙарында улар беҙҙең емеш-еләктәрҙе ҡоротҡостарҙан һаҡлаясаҡтар.