+17 °С
Облачно
Яңылыҡтар
21 Декабря 2021, 09:34

Йомаҡтар

Аҡ күбәләк осоп китте, Ҡара ҡарға килеп ҡунды. 

ЙомаҡтарЙомаҡтар
Йомаҡтар

2. Яңы тыуған малай-

бөтәһенә ағай.

3. Бабайым килә һағынып,

Аҡ толобон ябынып.

4. Бер ҡарт килә ҡағынып,

Ауа түнә абынып,

Аҡ сәкмәнен ябынып.

5. Аяғы юҡ, ҡулы юҡ-

Үҙе һүрәт төшөрә.

6. Ишектән инер, түрҙән уҙыр.

7. Старт юҡта- йүгертә,

Гармун юҡта –бейетә,

Ҡулдары юҡ – семетә,

Быныһы нимә? Кем әйтә?

8. Тышта тау,

Өйҙә һыу.

9. Ҡыш буйы ятты-ятты ла

Яҙ еткәс, тороп сапты 

10. Тау башында еңгәләр

Талир тәңкә һибәләр.

11. Бейек бура бурайҙар,

Ҡойма менән бурайҙар.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас