+20 °С
Облачно
Яңылыҡтар
22 Декабря 2021, 03:46

25 декабрҙә шыршы байрамдары була

25 декабрҙә Башҡортостан Башлығы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте етәксеһенең шыршы байрамдары була

Добавить в предпочтительные источники Google
25 декабрҙә шыршы байрамдары була25 декабрҙә шыршы байрамдары була
25 декабрҙә шыршы байрамдары була

Башҡортостан Башлығы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте етәксеһенең шыршы байрамы 25 декабрҙә альтернатив форматта уҙғарыла. Был хаҡта мэрияла уҙған оператив кәңәшмәлә баш ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова хәбәр итте.

«Бүләктәр бер көндә тапшырыла. Боҙ ҡаласыҡтары майҙансыҡтарында әкиәт геройҙары ҡатнашлығында тамашалар күрһәтелә, бүләктәр таратыла. Әгәр бала байрамға килмәһә, бүләкте өйөнә илтеп бирәләр», — тине Хаффазова.

Ул шулай уҡ предприятиелар һәм уҡыусылар ҡатнашҡан хәйриә акциялары хаҡында ла һөйләне.

«Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында 29 декабргә тиклем яңы йыл иртәлектәре уҙғарыла, 198 мең самаһы бала ҡатнаша. Яңы йыл сараларын ойошторғанда Роспотребнадзорҙың сикләүҙәрен үтәү мотлаҡ», — тине Елена Хаффазова.

Автор:Розалиә Вәлиева
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас