-19 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Декабрь 2021, 09:27

Өфөнөң 450 йыллығына федераль бюджеттан өҫтәмә финанстар йүнәлтеләсәк

Был турала Владимир Путин ҙур матбуғат конференцияһында белдерҙе. Ил башлығына һорауҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина бирҙе. 

Өфөнөң 450 йыллығына федераль бюджеттан өҫтәмә финанстар йүнәлтеләсәк
Өфөнөң 450 йыллығына федераль бюджеттан өҫтәмә финанстар йүнәлтеләсәк

Владимир Путин үҙенең яуап телмәрендә, Өфөнөң Волга буйындағы иң яҡшы ҡала булыуын, Рәсәйҙә ул ислам донъяһы үҙәктәренең береһе булыуын билдәләне. Дәүләт башлығы шулай уҡ юбилейға өҫтәмә финанстар талап ителгән осраҡта аҡса бүленәсәге тураһында әйтте.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе шулай уҡ Рәсәй Президентынан Өфөнөң хоккей буйынса донъя чемпионатын ҡабул итеү мөмкинлеге тураһында һораны. Владимир Путин «Салауат Юлаев»ты көслө һәм юғары сифатлы команда тип атаны. Әгәр ҙә халыҡ-ара хоккей федерацияһы бындай ҡарар ҡабул итһә, Өфө һис шикһеҙ иң юғары кимәлдәге ярыштарҙы ҡабул итергә әҙер, тип билдәләне Рәсәй Президенты.

Автор: Аманат
Читайте нас: