-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Декабрь 2021, 13:11

Иртәгә Радий Хәбиров тура эфирҙа була

28 декабрҙә 19.00 сәғәттә Радий Хәбиров йылға йомғаҡ яһай, республика етәксеһе проблемалар, ҡаҙаныштар, Башҡортостандың үҫеш мөмкинлектәре һәм киләсәккә пландар хаҡында һүҙ алып бара.  

Иртәгә Радий Хәбиров тура эфирҙа була
Иртәгә Радий Хәбиров тура эфирҙа була

28 декабрҙә киске 19.00 сәғәттә Радий Хәбиров йылға йомғаҡ яһай, республика етәксеһе проблемалар, ҡаҙаныштар, Башҡортостандың үҫеш мөмкинлектәре һәм киләсәккә пландар хаҡында һүҙ алып бара.

Пандемия, сәнәғәттең барлыҡ тармаҡтары өсөн көсөргәнешле эш мәле. Әммә ошо хәл-шарттарға ҡарамаҫтан, республика әүҙем үҫешә, яңы үрҙәргә өлгәшә.

Был осорҙа республика властары нимә эшләне? Ниндәй проблемалар асыҡланды? Республика ҡайҙа йүнәлеш тота? Башҡортостандың төп киң мәғлүмәт сараларына интервьюһында республика етәксеһе уҙып барған йылдың ваҡиғаларына үҙенең мөнәсәбәте тураһында һөйләргә йыйына.

Тура эфирҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Рәсәй 24, Башҡортостан 24, Сәләм телеканалдарында ҡарағыҙ. «Юлдаш», Рәсәй радиоларында тыңларға мөмкин.

Автор: ИА "Башинформ"
Читайте нас