-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Декабрь 2021, 13:24

Башҡортостанда 2022 йыл ниндәй эгида аҫтында үтәсәк?

2022 йыл Башҡортостанда Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителде.

Башҡортостанда 2022 йыл ниндәй эгида аҫтында үтәсәк?
Башҡортостанда 2022 йыл ниндәй эгида аҫтында үтәсәк?

2022 йыл Башҡортостанда Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителде, тип хәбәр итте республика етәксеһе Радий Хәбиров 28 декабрҙә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. Тейешле документтарға бөгөн ҡул ҡуйыла.

«WorldSkills конкурсын лайыҡлы үткәрҙек, унда беҙҙең команда шәп сығыш яһаны, шунан һуң беҙ һөнәри белем биреү системаһы менән нығыраҡ эшләү кәрәклегенә иғтибар иттек. Беҙҙә 96 колледж бар. Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу тураһында яҡшылап уйларға кәрәк. Хәҙер Рәсәй Хөкүмәте менән Өфөлә профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү буйынса федераль үҙәк асыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Бының өсөн ярҙам алырбыҙ тип ышанам. Урта махсус уҡыу йорттары ятаҡтарында ла яҡшы шарттар булдырырға, әммә тәү сиратта уҡытыу-производство базаһын яңыртырға кәрәк», - тине Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙып барған 2021 йыл Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы эгидаһы аҫтында үтте.

Автор: ИА "Башинформ"
Читайте нас: