-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ғинуар 2022, 10:03
1

ФӘРЕШТӘЛӘР ҺӘМ ӘҘӘМ БАЛАЛАРЫ

 1. Фәрештәләр кешене яралтыуҙа ҡатнаша.Аллаһ рәсүле صلى الله عليه وسلم быны ошолай тасуирлай:«Тамсы (яралғы) барлыҡҡа килгәндән һуң ҡырҡ икенсе көнгә Аллаһ уға фәрештәне ебәрә. Ул (фәрештә) уға ҡиәфәт, ишетеү һәм күреү һәләте бирә, тире, ит һәм һөйәктәр барлыҡҡа килтерә, ә шунан: “Эй, Раббы! Ир баламы әллә ҡыҙмы?” – ти. Шул ваҡыт Раббы нимә теләй, шуны хәл итә, ә фәрештә яҙа» (Мөслим йыйынтығынан).Тағы ла ошоға оҡшаш хәҙис:«Һеҙҙең һәр берегеҙ яралғы рәүешендә булған ваҡытта, уның өлөштәре әсә ҡарынында бөтәһе бергә ҡырҡынсы көнгә йыйыла. Артабан ул шул уҡ ваҡыт дауамында (йәғни тағы ҡырҡ көн) ойошҡан ҡан рәүешендә була һәм тағы ла шул уҡ ваҡыт – сәйнәлгән (ит) киҫәге рәүешендә. Шунан Аллаһ уға дүрт күрһәтмә менән бер фәрештәне ебәрә. Уға уның ғәмәлдәрен, уның ризығын, уның әжәлен һәм бәхетлеме-бәхетһеҙме буласағын яҙып ҡуйырға бойорола. Артабан уға йән өрөлә».(Бохари, Мөслим йыйынтыҡтарынан).

ФӘРЕШТӘЛӘР ҺӘМ ӘҘӘМ БАЛАЛАРЫ
ФӘРЕШТӘЛӘР ҺӘМ ӘҘӘМ БАЛАЛАРЫ

🌼 2. Фәрештәләр Әҙәм балаларын һаҡлай.
✨«Уның (кешенең) алдынан да, артынан да оҙатып йөрөүсе (фәрештәләре) бар. Улар уны Аллаһ әмере менән һаҡлайҙар»✨ (Ҡөрьән, «Күк күкрәү» сүрәһе, 13:11).
Аяттың тәфсире былай: «Һәр бер кешенең фәрештәһе була – уға уны йоҡлағанда ла, уяу булғанда ла башҡа кешеләрҙән, ендәрҙән һәм бөжәктәрҙән һаҡларға бойорола. Шуларҙың берәйһе был кешегә яҡынлаһа, фәрештә: “Һаҡ бул!” – ти. Ләкин кешегә бәлә килеүҙе Аллаһ насип иткән булһа, фәрештә уны ҡалдырып китә».
Фәрештәләр кешене уның әжәле еткәнсе тиклем һаҡлап йөрөйҙәр.

🌼 3. Рәсүлдәргә һәм пәйғәмбәрҙәргә ебәрелгән фәрештәләр.
Аллаһ был бурыстың Ябраил фәрештәгә тапшырылғаны тураһында хәбәр итә:
✨«Уға тиклемгенең (йәғни Ҡөрьәнгә тиклем ебәрелгән китаптарҙың) дөрөҫлөгөн иҫбатлар өсөн, ул (Ябраил), Аллаһтың рөхсәте менән, уны һинең (Эй, Мөхәммәт) йөрәгеңә төшөрҙө»✨ (Ҡөрьән, «Һыйыр» сүрәһе, 2:97).
Ҡайһы бер осраҡтарҙа башҡа фәрештәләр ҙә Аллаһтан хәбәр еткерер булғандар. Бер ваҡыт Аллаһ рәсүле صلى الله عليه وسلم Ябраил менән йәнәш торғанда, ул, баш өҫтөндө бер шығырлаған тауыш ишетеп, башын күтәргән һәм: «Күктә бер ҡасан да асылмаған ишектәр асылды», - тигән. Улар аша бер фәрештә төшкән һәм: «Һиңә бирелгән һәм һиңә тиклем бер пәйғәмбәргә лә тәтемәгән нурҙарға ҡыуан. Был – «Фатиха» сүрәһе һәм «Һыйыр» сүрәһенең һуңғы аяттары», - тип әйткән (Мөслим йыйынтығынан).

Билдәле булыуынса, рәсүл йәки пәйғәмбәр тип һаналмаған кешеләргә лә фәрештәләр ебәрелгән. Мәҫәлән, Аллаһ Ғайсаның (ғәләйһиссәләм) әсәһе Мәрйәмгә, шулай уҡ, һыуы һәм аҙығы бөткән Исмәғилдең әсәһе Хәджәргә Ябраилды ебәргән. Сәхәбәләр ҙә уны бәҙүән сүрәтендә күргәне билдәле. Бынан тыш, үҙенең имандағы ҡәрҙәшенең хәлен белешер өсөн юлға сыҡҡан бер иргә Аллаһ фәрештә ебәрә, һәм ул уны, ҡәрҙәшеңә булған мөхәббәтең өсөн Аллаһ та һине яратты, тигән хәбәр менән ҡыуандыра. Бындай тарихтар бихисап, әммә беҙҙең маҡсатыбыҙ – бының мөмкин икәнлеген күрһәтеү.

🌼 4. Фәрештәләр Аллаһтың ҡолдарында изгелек ҡылыу теләген уята.
Аллаһ Тәғәлә һәр бер кеше янына бер фәрештә һәм бер ен беркетеп ҡуйған, һәм улар һәр ваҡыт уның менән бергә йөрөйҙәр. Аллаһ рәсүле صلى الله عليه وسلم:
«Һеҙҙең һәр берегеҙгә ендәрҙән дә, фәрештәләрҙән дә берәр юлдаш беркетелгән», - тигән. Кешеләр:
«Хатта һиңә ләме?» - тип һорағандар (йәғни, улар ендәрҙән булған юлдашты күҙ уңында тотҡандар).
Ул صلى الله عليه وسلم: «Хатта миңә лә, ләкин Аллаһ миңә уны еңергә ярҙам итте, һәм ул буйһондо, хәҙер ул мине тик изгелеккә генә өндәй», - тип яуап биргән (Мөслим йыйынтығынан).
Күрәһең, бында һүҙ кешеләрҙең ғәмәлдәрен теркәп барырға ҡушылған фәрештәләр тураһында бармай. Аллаһ рәсүле صلى الله عليه وسلم:
«Дөрөҫлөктә, шайтан Әҙәм балаһына – бер нәмәне, ә фәрештә икенсене шыбырлай. Шайтан уны яуызлыҡҡа һәм көфөрлөккә саҡыра, ә фәрештә – изгелеккә һәм хаҡлыҡты танырға. Кемдер быны һиҙһә, белһен: был – Аллаһтан, һәм Уға маҡтау һүҙҙәрен әйтһен. Әгәр кемдер башҡаһын һиҙһә, Аллаһтан үҙен ләғнәтле шайтандан аралауын һораһын» (Тирмиҙи, Нәсәи йыйынтыҡтарынан).

Киләһе хәҙистән күренеүенсә, кешенең ике айырылғыһыҙ юлдашы – фәрештә һәм ен – уны изге йәки яуыз ғәмәлгә илһамландырырға тип бер-береһен уҙышырға тырышалар. Аллаһ рәсүле صلى الله عليه وسلم:
«Кеше түшәккә ятҡас, уға фәрештә лә, ен дә ашығалар. Фәрештә: “(Көнөңдө) изге ғәмәл менән тамамла”, - ти. Ә ен: “(Көнөңдө) яуыз ғәмәл менән тамамла”, - ти. Әгәр ул уны йоҡо алғансы Аллаһ Тәғәләне зикер итһә, фәрештә енде ҡыуып ебәрә һәм төндө уны һаҡлап үткәрә...» - тигән (Ибн Хиббән йыйынтығынан).
Күңелдәребеҙҙе паклаусы һәм фәрештәләр менән яҡынайтыусы изге ғәмәлдәрҙе күберәк эшләргә саҡыра беҙҙе үрҙә килтерелгән хәҙистәр.

🌼 5. Фәрештәләр Әҙәм балаларының яҡшы һәм насар эштәрен теркәп бара.
✨«Хаҡтыр, һеҙҙең янығыҙҙа күҙәтеүселәр (фәрештәләр) бар. Улар (Аллаһ ҡаршыһында) ҡәҙерлеләр һәм (ҡушылғанды) яҙып баралар. Һеҙҙең эштәрегеҙ тураһында улар беләләр»✨, - ти Аллаһ Тәғәлә (Ҡөрьән, «Ярылыу» сүрәһе, 10-12).
Аллаһ һәр бер кешегә уның һүҙҙәрен һәм ғәмәлдәрен теркәп барыусы ике фәрештәне беркетеп ҡуйған:
✨«(Кешенең) уң һәм һул яғынан ике ҡабул итеүсе (ике фәрештә) ултыра һәм ҡабул итә (йәғни кешенең һүҙҙәрен һәм ғәмәлдәрен яҙып бара). Ул һүҙ ҙә әйтеп өлгөрмәй, уның янында – әҙер күҙәтеүсе»✨ (Ҡөрьән, «Ҡаф» сүрәһе, 50:17-18).
Был фәрештәләр һәр ваҡыт әҙер торалар һәм ысҡынған бер һүҙҙе лә үткәреп ебәрмәйҙәр. Аяттан күренеүенсә, фәрештәләр һәр бер һүҙҙе һәм эштәрҙе яҙып баралар, һәм Ҡиәмәт көнөндә кеше үҙенең ғәмәл дәфтәрендә бөтә ҡылынған эштәрен күрер. Ә гонаһлылар әйтерҙәр:
✨«Ҡайғы беҙгә! Был ниндәй китап ул! Унда (гонаһтарҙың) кесеһе лә, олоһо ла хисапланмайынса ҡалдырылмаған»✨ (Ҡөрьән,«Мәмерйә» сүрәһе, 49).

Ибн Кәҫир был аятты ошолай тәфсирләгән:
«Кешенең бөтә изге һәм яуыз һүҙҙәре, хатта «мин ашаным», «мин эстем», «мин барҙым», «мин килдем», «мин күрҙем» кеүек һүҙҙәре лә яҙыла. Һәм һәр кесе йома көндө уның һүҙҙәре һәм ғәмәлдәре Аллаһҡа күрһәтелә, шунан изге һәм яуыз ғәмәлдәре генә ҡалдырыла, ә ҡалғандары алып ташлана».
Аллаһ рәсүле صلى الله عليه وسلم былай тигән:
«Әгәр мосолман кеше гонаһ ҡылһа, һул яҡтағы фәрештә алты сәғәт дауамында ҡәләмен төшөрмәй (йәғни ҡылынған гонаһты яҙыуҙан тыйылып тора). Ул тәүбәгә килеп, Аллаһтан ярлыҡау һораһа, фәрештә гонаһты алып ташлай, әгәр тәүбә килтермәһә, уның ғәмәле бер гонаһ кеүек яҙыла» (дөрөҫ хәҙис).
Шулай уҡ, был фәрештәләр кешенең берәй ғәмәл ҡылырға ниәтләнгәнен дә беләләр. Аллаһ рәсүле صلى الله عليه وسلم бының турала былай тигән:
«Ҡөҙрәтле һәм Бөйөк Аллаһ: “Әгәр минең ҡолом яуыз ғәмәл ҡылырға ниәтләнһә, уны яҙмай тороғоҙ, - ти. – Ләкин уны бойомға ашырһа, уға бер яуызлыҡ яҙығыҙ. Әгәр ул изге ғәмәл эшләргә ниәтләп, уны үтәмәһә лә, уға бер изгелек яҙығыҙ, ләкин уны бойомға ашырһа, уға бының өсөн ун изгелек яҙығыҙ”» (Мөслим йыйынтығынан).

🌼 6. Фәрештәләр әжәле еткән кешеләрҙең йәндәрен ала.
Ҡайһы бер фәрештәләргә ғүмерҙәре аҙағына еткән кешеләрҙең йәнен сығарырға ҡушылған:
✨«Әйт: “Һеҙ уға тапшырылған үлем фәрештәһе һеҙҙең йәнегеҙҙе алыр, ә унан һуң һеҙ Раббығыҙға ҡайтарылырһығыҙ”»✨ (Ҡөрьән, «Сәждә» сүрәһе, 32:11).
Кешенең йәнен алыуҙа бер генә фәрештә ҡатнашмай икән:
✨«Һеҙҙең берегеҙгә үлем килһә, Беҙҙең илселәребеҙ (фәрештәләр) уның йәнен алалар, һәм улар (етешһеҙлек) ебәрмәйҙәр»✨ (Ҡөрьән, «Мал» сүрәһе, 6:61).

Кафырҙарҙың һәм гонаһлыларҙың йәндәрен фәрештәләр тупаҫ һәм ҡаты итеп тартып сығаралар һәм уларға ҡарата йомшаҡлыҡ һәм ҡыҙғаныу тойғоһо кисермәйҙәр:
✨«Кафыр булғандарҙың нисек итеп ғүмерҙәрен тамамлауын һин күрһәң ине! (Тәндәренән йәндәрен йолҡоп сығарған ваҡытта) фәрештәләр уларҙың биттәренән һәм арҡаларынан һуғып: “Һәм өтә торған (Уттың) ғазабын татығыҙ!” – (тиҙәр)»✨ (Ҡөрьән, «Трофейҙар» сүрәһе, 8:50).

Ә берәй мөьмин-мосолманға үлем сәғәте етһә, уға ҡыуаныслы хәбәр еткерер һәм уны ҡеүәтләр өсөн, уның янына фәрештәләр төшәләр:
✨«Хаҡтыр, “Раббыбыҙ – Аллаһ”, - тип әйтеп, унан һуң тура (йәғни Аллаһ Һүҙен үтәүҙә тайпылышһыҙ) булғандарға (үлем мәлендә) фәрештәләр төшәләр: “Хәүефләнмәгеҙ, һәм ҡайғырмағыҙ, һәм һеҙгә вәғәҙә ителгән Йәннәткә ҡыуанығыҙ”»✨ (Ҡөрьән, «Асыҡ аңлатылдылар» сүрәһе, 41:30).

Автор: "Ваҡыт!"
Читайте нас