Ауылда инглиз теле дәресе бара.
Уҡытыусы:
- Сабиров, ишек инглизсә нисек була?
-Ishek
- What hin any!!
***
– Атай, һине тағы ла директорға саҡырталар...
– Тәәк! Әпәт кемде әбижәйт иттең? Тәҙрә ваттыңмы? Химия кабинетын шартлаттыңмы тығы?
– Әлләсе, атай.... Был бит һинең эштән директорың шылтыратты...
***
Урамда эскәмйәлә ике ҡааарт ҡына күрше әбей ултыра. Береһе икенсеһенән һорай:
- Минең исемемде хәтерләйһеңме?
Икенсеһе уйға бата биреп:
- Һиңә яуабы бик ашығыс кәрәкме? - тигән була ти.
***
Петька менән иптәше аҡтарҙан ҡасып китеп баралар, ти. Улар тиҙ генә бер әбейҙең өйөнә инә. Иптәше карауат аҫтына баҫҡан , ә Петька шифонер өҫтөнә менеп барғанда , аҡтар килеп инә. Петька менеп өлгөрмәгәс,
– Эй, мин йәшенеп өлгөрмәнем дә инде, бар, сығып тороғоҙ! – тигән.
***