Ммм. Күпереп торған был ҡоймаҡта 1001 күҙ бар. Бының өсөн ни бары он, май, йомортҡа һарыһы, манный ярмаһы ғына кәрәк була.
Башланыҡмы?
Ингредиенттар: 650 мл һыу, 300 гр он, 100 гр манка, 2 йомортҡа һарыһы, 1 балғалаҡ шәкәр, 1 балғалаҡ үҫемлек майы, ярты балғалаҡ әсетке, ярты балғалаҡ разрыхлитель, 1 семтем тоҙ.
Тәрән һауытта бар ҡоро ингридиенттарҙы ҡушып болғатабыҙ. Май, йомортҡа һарыһын, әҙ-әҙләп йылы һыу ҡушабыҙ һәм яҡшылап болғатабыҙ.
2 минут дауамында миксер менән туҡыйбыҙ. Ярты сәғәт ултыртып торабыҙ.
Ҡамырҙың әсеп, күтәрелгәнен көтәбеҙ.
Һүрән генә утта бешерә башлайбыҙ.
Был ҡоймаҡты бал менән бергә иретелгән аҡ майҙы ҡушып яһалған соус менән ашайҙар.
Өҫтәлегеҙ йәмле, сәйегеҙ татлы булһын!