Ҡоштарға - тағараҡтар!
Һалҡын ҡыш та етте инде,
Ҡар ҙа быйыл күп яуҙы.
Үҫемлектәр барыһы ла
Шул ҡар аҫтында ҡалды.
"Ҡоштарға ем табыу ауыр," -
Тинем бер көн атайға.
Һә тигәнсе тағараҡтар
Эшләп ҡуйҙы ҡоштарға.
Һеңлем менән икәүләшеп
Ҡоштарға емдәр һалдыҡ.
"Ҡышты иҫән сығығыҙ," - тип,
Хатта һамаҡлап алдыҡ.
Ләйлә Хәйруллина, Нуриман районының Иҫке Күл ауылының 3-сө синыф уҡыусыһы.