1 ғинуарҙан «Пушкин картаһы»ның номиналы йылына 3 меңдән 5 мең һумға тиклем арттырылды. Уның ярҙамында 14-22 йәшлек егет-ҡыҙҙар дәүләт иҫәбенә мәҙәни сараларға билет һатып алырға мөмкин. Шулай уҡ 1 февралдән ошондай сараларҙың исемлеге киңәйә. «Пушкин картаһы»н театрҙа, музейҙа һәм концерт залдарынан тыш, кинотеатрҙар ҙа ҡабул итә башлай. Картаны Мәҙәниәт министрлығы һәм Кино фонды булышлығында төшөрөлгән Рәсәй фильмдарына билет һатып алғанда ҡулланырға була.
Был программа 2021 йылда Рәсәй Президенты башланғысы буйынса эшләй башланы һәм популярлыҡ яуланы. Дүрт ай эсендә унда 3,7 миллион самаһы кеше ҡатнашты, 2 миллиард һумдан ашыуға билеттар һатып алынды.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан