Һыуыҡ ҡыш көнөндә үҙҙәренә ризыҡ таба алмай йонсоған ҡоштарға бигерәк тә ҡыйын.
Беҙ, өсөнсө класс уҡыусылары, ҡанатлы дуҫтарыбыҙға тағараҡтар эшләнек. Уларҙы мәктәп баҡсаһындағы ағастарға элеп ҡуйҙыҡ. Унда ярма, көнбағыш, икмәк валсыҡтары ла һалдыҡ. Ҡыш буйы беҙ ҡоштарҙы һыйлап торасаҡбыҙ.